Заман арбаһы алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға, ҡулдан килерҙәй шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Беҙҙең көндәрҙә тегеү, сигеү, бәйләү, селтәр-ҡашмау, һаҡал-түшелдерек кеүек халҡыбыҙҙың боронғо биҙәүестәрен эшләү яңы һулыш кисерә. Күптәр ошо шөғөлдән йәшәү йәме таба, күңелендә булған илаһилыҡты, ҡулдарынан килгән оҫталыҡты рәхәтләнеп башҡалар менән дә бүлешә.
Гөлсинә Ниғмәтуллина ҡалабыҙҙың бәйләүгә, сигеү, тегеүгә ифрат маһир гүзәл заттарының береһе. Уның теккән күлдәк-камзулдары, япмалары, бәйлә-гән әйбәрҙәре, нағышланған ҡашмау-түшелдеректәре, милли кейемдәрҙәге ҡурсаҡ-тары - һәр береһенә күңел йылыһы, күҙ нуры һалынған. “Бынамын тигән ҡул оҫтаһы!” - тип һоҡланалар уның эштәрен күреүселәр. Уңған гүзәл затҡа хәстәрлекле тормош иптәше, әсәй һәм өләсәй вазифалары йөкмәтелһә лә, ул үҙенең яратҡан шөғөлө өсөн һәр саҡта ваҡыт таба. Дәрт булғас, һәр нәмә үҙ ваҡыты менән күҙаллап ҡуйылған. Ҡул эше мине тынысландыра, уйҙарымды йәшлеккә алып китә, донъя мәшәҡәттәренән арындыра, ти Гөлсинә Солтан ҡыҙы.
Бала саҡта тыуған мауығыуы уны ғүмер буйы оҙата килә. Олатаһының бер туған һеңлеһе етенсе класта уҡып йөрөгән ҡыҙға туҡыма бүләк итә.
- Оҙаҡ уйлап та торманым, тотоп киҫтем дә, үҙемә оҡшағанса килештереп Зингер машинаһында тектем дә алдым, - тип иҫкә ала үҙенең тәүге эше тураһында Гөлсинә Солтан ҡыҙы. - Һуңынан Салауат ҡалаһының 11-се мәктәбендә уҡытыусыбыҙ бәйләмгә һөйөү уятты. Был шөғөлдәргә һинең күңелең тартһа, эштәр үҙенән үҙе килеп сыға тора икән.
Гөлсинә Ниғмәтуллина мәктәптән һуң башта ательела, ҡалабыҙҙың тегеү фабрикаһында тәжрибә туплай, һуңынан унда үҙенең белгәндәрен йәштәргә өйрәтеү теләге тыуа. Ул өҫтәмә белеп алып, 20 йыл йәштәргә үҙенең яратҡан оҫталыҡтары менән бүлешә. Балаларҙы уҡытҡанда ла бөтә күңелен һалып эшләй ул. Өйрәнегеҙ, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн кәрәк булыр, тип дәртләндерә ул уҡыусы ҡыҙҙарҙы. Бик ҙур ҡайғы - улын юғалтҡандан һуң Гөлсинә апай 10 йыллап бәйләм, тегеүҙе бөтөнләй ҡулына алмай. Әҙерәк яралар уңалғас, күңел талабы булған шөғөлөнә яңынан тотона.
Ҡул оҫтаһы осраҡлы ғына “Гөлнәзирә” ансамбленә, һуңынан “Көмөш тәңкә” түңәрәгенә барып эләгә. Бейеү, йыр менән сығыш яһау өсөн милли кейем, биҙәүестәре кәрәк була. Бына ошо ваҡытта әхирәттәренә өс аҙна эсендә бал итәкле ун бер күлдәк тегеп бирә ул. Ҡашмау, түшелдереккә лә яйлап өйрәнеү өсөн тотонһалар ҙа, тап Гөлсинә Солтан ҡыҙының ярҙамы менән тиҙ генә башҡарып бөтөп кейәләр.
Гөлсинә Ниғмәтуллина “Салауат селтәр оҫталары” конкурсында тәүҙә беренсе урын ала, ә һуңынан Гран-при яулай.
- Был бәйгелә мин еңеү өсөн дә түгел, ә кешеләр ҡул эштәренең төрҙәре хаҡында күберәк белһендәр, өйрәнһендәр, тип ҡатнашам, - ти зирәк ханым.
Һуңғы ваҡытта милли кейемдәрҙе кейеп, биҙәүестәрҙе тағып йөрөүҙең тергеҙелеүенә ҡул оҫтаһы бик шат.
- Төрлө сараларҙа беҙ матур итеп башҡорт милли кейемдәрен кейеп йөрөһәк, халыҡ һоҡланып ҡарай, ҡыҙыҡһына. Бигерәк тә йәштәрҙә милли сәнғәтебеҙгә ҡарата һөйөү уяна, ти Гөлсинә Солтан ҡыҙы.