Ҡалабыҙҙа йәш, талантлы һәм виртуоз музыкант Заһир Зәйнетдиновтың концерты гөрләп үтте. Тамашасы тыныс ҡына урындарында ултырманы, дәррәү ҡул сапты, рәхәтләнеп төшөп бейене. Был сағыу тамашанан һәр береһе үҙенә дәрт-дарман, рух күтәренкелеге алғандыр. Концерттан һуң уның менән бер аҙ һөйләшеп алдыҡ.
- Заһир, «ZAINETDIN» этно-шоу проектың бик уңышлы бара. Ә ни өсөн тап был йүнәлеште һайланың?
- Һәр ваҡыт ошондай ҙур проект эшләргә хыялландым. Унда бейеү ҙә, йыр ҙа, музыка ҡоралдарында уйнау ҙа бергә тупланған. Был йүнәлеш бөгөн күп ерҙә билдәле. Башҡорт халҡымдың ижадын донъя кимәленә сығарғым килде. Ниәтем - Башҡортостанды данлау. Сит илдәрҙә беҙҙең ҡурайҙы, ҡумыҙҙы, йырҙарҙы тыңлаһындар, бейеүҙәрҙе, кейемдәрҙе күрһендәр, башҡорт милләт барлығын белһендәр, тигән теләк менән йәшәйем.
- Бөгөн ун бишкә яҡын музыка ҡоралында уйнаның...
- Мин ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала, жалейкала, дудукта, тинвистлда, флейтала һәм башҡа музыка ҡоралдарында уйнайым. Миңә бөтә донъя халҡының мәҙәниәтен өйрәнеү оҡшай. Бейеү һәм музыканы телде белмәһәң дә аңларға мөмкин бит. Ә яңы инструменттар күп мөмкинселектәр бирә. Шуға ҡайҙа барһам да музыка ҡоралдарын эҙләйем, уйнарға өйрәнәм.
- Сит илдәрҙән ниндәй тәьҫораттар ме-нән ҡайттың?
- Албания, Төркиә, Черногория, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Босния, Болгарияла сығыш яһаным. Сит илдәрҙә бик йылы ҡабул итәләр. Улар өсөн ҡурай һәм ҡумыҙ яңы, үҙенсәлек-ле музыка ҡоралдары. Ҡурай моңон ишетеү менән бейергә төшәләр. Башҡор-тостанымда һәм башҡа илдәрҙә бик матур ҡабул итеүҙәре миңә һайлаған юлымдың дөрөҫ икәнен иҫбатланы һәм артабан да ең һыҙғанып эшләргә стимул бирҙе.
- Салауат тамашасыһына әйтер һүҙҙәрең дә барҙыр?
- Һеҙҙең ҡалала беренсе концертым үтте. Бында ихлас, дәртле кешеләр йәшәй икән. Салауат халҡына мин ғашиҡ булдым. Теләгем шул - хыялдары тормошҡа ашһын! Улар, ысынлап та, тормошҡа аша, тик тырышып эшләргә генә кәрәк.
- Әңгәмәгеҙ һәм сағыу, дәртле, рухлы концертығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!