газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Апрель 2018, 12:16

“Әбейҙәр сыуағы” - күңелдәрҙең йәш сағы

Ҡалабыҙҙың тынғыһыҙ, булдыҡлы, ижади егеттәребеҙҙең береһе Рауил Хәкимов тураһында һүҙ йөрөткәндә, уны Салауат ҡалаһының, хатта милли кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусы тип атау ҙа артыҡ булмаҫ. Ул бер ниндәй ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, үҙ алдына ҡуйған маҡсатына ирешеүсән һәм идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн үҙ артынан кешеләрҙе эйәртә алырҙай кеше. Тап шундай фекерҙәштәре ярҙамында ул бына икенсе фильмын тамашасы хөкөмөнә сығарырға әҙерләй. 26 апрелдә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында “Әбейҙәр сыуағы” тигән фильмының премьераһы була. Ошо уңайҙан театрҙа йәш режиссер һәм төп ролдәрҙе башҡарыусы сәнғәт ветерандары ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте.

Ҡалабыҙҙың тынғыһыҙ, булдыҡлы, ижади егеттәребеҙҙең береһе Рауил Хәкимов тураһында һүҙ йөрөткәндә, уны Салауат ҡалаһының, хатта милли кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусы тип атау ҙа артыҡ булмаҫ. Ул бер ниндәй ҡатмарлыҡтарға ҡарамай, үҙ алдына ҡуйған маҡсатына ирешеүсән һәм идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн үҙ артынан кешеләрҙе эйәртә алырҙай кеше. Тап шундай фекерҙәштәре ярҙамында ул бына икенсе фильмын тамашасы хөкөмөнә сығарырға әҙерләй. 26 апрелдә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында “Әбейҙәр сыуағы” тигән фильмының премьераһы була. Ошо уңайҙан театрҙа йәш режиссер һәм төп ролдәрҙе башҡарыусы сәнғәт ветерандары ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы үтте.

Иҫегеҙҙә булһа, Рауил Хәкимов 2013 йылда “Ғәлиәбаныу” фильмын төшөрөп, салауаттар иғ-тибарына сығарғайны. Был юлы ул Башҡортостан-дың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың “Әбей-ҙәргә ни етмәй” тигән пьесаһын нигеҙ итеп алған.

- Флорид Бүләковтың пьесаһы бер ҡарауға комедия булып күренә, әммә авторҙың әҫәрҙәрендә һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа лирика, трагедия һыҙылып ята. Мин уйлаған фильмға пьесаның исеме бик үк килешеп етмәгән кеүек тойолдо, шуға икенсе төрлө үҙгәртергә булдым һәм оҙаҡ ҡына таба алмай йөрөгәндә, Олег Ханов “Әбейҙәр сыуағы” тигән исемде тәҡдим итте. Кинолағы төп ролдәрҙе театр сәнғәтенең билдәле актерҙары, Салауат театрының сәхнә йондоҙҙары башҡара, - ти Рауил Хәкимов.

Режиссер ҡала хакимиәтенә, Салауат башҡорт дәүләт драма театрына, ҡала дауаханаһына, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгенә мөмкин тиклем ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтле.

Фильм бер яҡтан пьеса авторы Флорид Бүләковҡа һәм Салауат театры сәхнәһендә был әҫәрҙе ҡуйған Вәзих Сәйфуллинға бағышланһа, икенсенән, ҡаланың - 70 һәм Салауат башҡорт драма театрының 85 йәшлек юбилейҙарына арнала.

- Картина ниндәйҙер конкрет ҡалаға беркетелмәгән, ҡарттар йорто, ундағы кешеләрҙең яҙмышы дөйөмләштерелеп алынған һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәл һәр ерҙә лә булыуы мөмкин. Әбейҙәрҙең яҙмышы уларҙың хәтирәләрен йәшерәк артистарҙың башҡарыуы аша сағылдырыла. Театрҙың бөтә артистары тиерлек фильмға йәлеп ителгән, - ти Рауил Хәкимов.

Уның өсөн икенсе картина өҫтөндә эшләү үҙенә күрә бер тәжрибә үҫеш кимәле булған. Режиссер һүҙҙәренсә, театрҙа спектакль ҡуйыу менән кино төшөрөү араһында айырма бик ҙур. Сәхнә артистарына ла фильмда төшөүгә күсеү еңел бирелмәгән, шулай ҙа улар режиссер менән аңлашып фильмды алып барып сығарған.

Картинала төп ролдәрҙе БР-ҙың халыҡ артистары Рим Әминев, Гөлшат Зыязетдинова, Венера Хәсәнова, республиканың атҡаҙанған артисы Гөлнур Йәнбирҙина, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева уйнай.

Гөлнур Йәнбирҙина фильмда төшөү тәьҫораттары менән бүлешеп:

- Кинолағы күтәрелгән тема бик актуаль, бер кем дә үҙен ҡартлыҡ көнөндә нимә көткәнен белмәй, шуға һәр быуын өсөн уны ҡарау фәһемле булыр, - тине. - Мин уйнаған Әҡлимә бик серле ҡатын, ул береһенә лә насарлыҡ теләмәй, әммә ныҡ итеп әйтә торған холҡо бар. Был әҫәр 1993 йылда беҙҙең ҡала театры сәхнәһендә ҡуйылғанда мин унда уйнағайным, сәхнә ҡуйылышы менән кино төшөрөлөшө айырыла. Шуныһы менән ул ҡыҙыҡлы ла.

Гөлшат Зыязетдинованың фильмда төшөү тәжрибәһе ҙурыраҡ, шуның өсөн эш барышында процестың нескәлектәренә төшөнөү ауырға тура килмәгән. Шулай ҙа бөтә күңел менән образға ингәс, дублды туҡтатып, яңынан ҡабатлау еңел булмаған.

Әлеге кинола Фатима ролен башҡарыусы Венера Хәсәнова был ролде 90-сы йылдарҙа театрҙа ла уйнаған булған. Ул саҡта йәшерәк булғанға күрә, әбейҙәрҙең күңелендәге трагедияны бик аңлап та етеңкерәмәгәнмен, ә бөгөн тыуған яҡ, яңғыҙлыҡ һәм башҡа ололарға бәйле темаларҙы үҙемдең күңел аша үткәрҙем, ти халыҡ артисы.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ
Читайте нас: