Балалар баҡсалары коллектив-тары араһында йыл һайын уҙғарылып килгән “Умырзая” конкурсы йәш таланттарҙы асырға ярҙам итә. Быйыл ул ҡаланың 70 йыллығына арналды. Кескәй малай-ҡыҙҙар йыр-шиғырҙар, бейеүҙәр аша тыуған ҡалаһына һөйөүен белдерҙе. Сығыштар башҡорт, рус, татар, сыуаш телдәрендә яңғыраны. Ғариза биреүселәр һаны иҫ китерлек - 457, 257-һе Гала-концертҡа уҙҙы. Баһалама ағзаларына ҡатнашыусылар араһынан иң-иңдәрен һайлап алырға тура килде.
Концерт башланыр алдынан алып барыусылар төрлө республика, ҡала конкурстарында, олимпиадала-рында ҡатнашып, еңеүгә өлгәшкән педагогтарҙың, уларҙың тәрбиәләнеүсе-ләренең исемлеген уҡып ишеттерҙе. “Беҙ - гагаринсылар” олимпиадаһының муниципаль этабы еңеүселәренә һәм 23-сө балалар баҡсаһының “Феерия” ансамбленә шәхси эшҡыуар Рөстәм Зөлҡәрнәйев “Һауа утрауы” күңел асыу үҙәгенә билеттар бүләк итте, ә олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары 500 һумлыҡ сертификаттар алып ҡыуанды.
Сағыу костюмдар кейгән кескәй-ҙәрҙең сығышы, ысын мәғәнәһендә, һоҡланыуға лайыҡ ине. Уларҙы сәхнәгә сығырға әҙерләгән педагогтарҙың да тырыш хеҙмәте һиҙелә. Баһалама ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңел булмағандыр. Әммә конкурс булғас кем дә булһа алға сығырға тейеш. Шулай итеп, 15-се балалар баҡсаһында тәрбиәлә-неүсе Тимур Әхмәтйәнов, Софья Будаева һәм “Йылмайыу” ансамбле (22-се балалар баҡсаһы), Радмила Ильясова (36-сы балалар баҡсаһы), Агния Юркова (29-сы балалар баҡсаһы), 18-се, 21-се, 44-се, 54-се, 23-сө балалар баҡсаларының “Акварель”, “Соловушка”, “Родничок”, “Калинка”, “Феерия” ансамблдәре, 51-се балалар баҡсаһының педагогтар коллективы һәм 37-се баҡсаның музыкаль етәксеһе Анастасия Рязанцева быйылғы “Умырзая”ның иң шәптәре тип билдәләнде.