газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Апрель 2018, 12:17

Шиғыр менән данлап ҡаламды

Йыл башында үҙәк китапхана “Салауатым, йөрәгем түрендәһең һин!” тип исемләнгән шиғыр һөйләүселәр конкурсы иғлан иткәйне. Ниһайәт, күптән түгел уның еңеүселәре асыҡланды.

Йыл башында үҙәк китапхана “Салауатым, йөрәгем түрендәһең һин!” тип исемләнгән шиғыр һөйләүселәр конкурсы иғлан иткәйне. Ниһайәт, күптән түгел уның еңеүселәре асыҡланды.

Унда кесеһенән-олоһона тиклемге 272 кеше ҡатнашты. Иң-иңдәр дүрт номинация буйынса билдәләнде. Сараны асып, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина кон-курстың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын әйтте.

- Бәйгенең исеме лә үҙенсәлекле. Бөтә эштәрҙә лә тыуған ҡалаға ҡарата һөйөүегеҙ һиҙелә. Һеҙҙең барығыҙ ҙа бөгөн алдынғы. Сөнки битараф ҡалып өйҙә ултырмағанһығыҙ, ә конкурс тураһында ишеткәс, әүҙемлек күрһәтеп Салауатҡа мәҙхиә йырлағанһығыҙ, - тине Дилбәр Радик ҡыҙы.

Баһалама ағзаларына айырыуса ауырға тура килгәндер. Улар өс көн буйы сығыштарҙы тыңлап, бер кемде лә үпкәләтмәҫлек итеп, урындарҙы лайыҡлы билдәләне.

- Конкурс беҙҙең ҡалала бик күп талантлы кешеләр йәшәүен күрһәтә. Айырыуса быйыл балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре етди әҙерләнгән. Урындарҙы билдәләгәндә хатта кемгә нисәнсе урын бирергә тип аптырап ҡалған мәлдәр ҙә булды. Индустриаль, педагогия, медицина, төҙөлөш-механика колледжы студенттарына, өлкән быуын кешеләренә “афарин” тип әйтергә ҡала. Конкурс даирәһе йылдан-йыл киңәйә бара. Быйыл “Ҡәләм тирбәтеү”, видеороликтар, фотоһүрәттәр номинациялары ла индерелде. Алдағы йылдарҙа ла ҡатнашыусылар һаны кәмемәһен ине, - тигән теләктә жюри ағзаһы Рөстәм Фазылов.

Китапхананың уҡыу залында конкурсанттарҙың иң яҡшы эштәре менән фотокүргәҙмә ойошторолғайны. “Беҙгә ҡала йылмая” номинацияһына 100-ҙән ашыу ғариза килгән. Яҡын киләсәктә был эштәр ҡала китапханаларын биҙәйәсәк.

Наҙгөл Мусина 6-8 йәштәр категорияһында “Яратҡан ҡалам” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Әле ул балалар баҡсаһына йөрөй, тиҙҙән мәктәпкә барасаҡ. Кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан ҡалаһы тураһында тасуири итеп шиғыр һөйләп, тамашасыларҙы ла, жюри ағзаларын да таң ҡалдырҙы.
Читайте нас: