газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель 2018, 16:02

Һәр яҡтан да талантлы

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, сағыу образдары менән тамашасы һөйөүен яуларға өлгөргән Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Рафаэль Ғәйнуллин Өфөлә уҙғарылған «Яҙ Актриса» телевизион актер йыры бәйһегендә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ул Александра Пахмутованың «Ҡайһылай йәш булғанбыҙ» йыры менән сығыш яһаған. Сара оҙаҡ йылдар арауығынан һуң быйыл ҡабат тергеҙелгән.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, сағыу образдары менән тамашасы һөйөүен яуларға өлгөргән Салауат башҡорт дәүләт драма театры актеры Рафаэль Ғәйнуллин Өфөлә уҙғарылған «Яҙ Актриса» телевизион актер йыры бәйһегендә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ул Александра Пахмутованың «Ҡайһылай йәш булғанбыҙ» йыры менән сығыш яһаған. Сара оҙаҡ йылдар арауығынан һуң быйыл ҡабат тергеҙелгән.

- Ошондай конкурс үткәрелеүе тураһында театрға иғлан килде. Мин, музыкаль бүлек мөдире булараҡ, йыш ҡына төрлө йырҙар тыңлайым, йырла-йым, репертуар йыям. Һуңғы ваҡытта 60-70-се йылдар йырҙарына өҫтөнлөк бирәм. Ни тиһәң дә, Совет осорона аҙ булһа ла эләккән кешемен. Ниңәлер Александр Градскийҙың «Ҡайһылай беҙ йәш инек» тигән йырын тыңлағас, уны үҙем башҡарып ҡарарға булдым. Тап шул ваҡытта ошо конкурс иғлан ителгәйне. Хеҙмәттәштәрем дә идеямды хупланы. Был йыр йәштәрҙең оло быуынға ҡарата мөнәсәбәтен белдерә, - ти Рафаэль Фердинанд улы.

Актер йырҙан тулыһынса номер эшләй. Сығышты имидж һәм башҡарыу оҫталығы буйынса баһалайҙар. Һайлау турында ул оло йәштәге бабай ҡиәфәтендә сығыш яһай, йыр тамамланғанда ул кире йәш кешегә әйләнеп, йырҙың аҙағын да, «Ҡайһылай йәш булғанһығыҙ», тип үҙгәртеп ҡуя. Әйткәндәй, ул сәхнәгә сығыр өсөн ошо театр актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль Сәлиховтың пинжәген кейә. Тап финал көндө уның яҡты донъянан китеүенә теүәл бер йыл булған була. Был турала ойоштороусыларға әйткәс, улар сценарийға йәһәт генә үҙгәрештәр индерә һәм Рафаэль Ғирфан улы иҫтәлегенә видеояҙма әҙерләй, актер ҙа тап ошо пинжәктә. Рафаэль Ғәйнуллин быны күргәс, бабай булып кейенеп сығыуҙы кәрәк тип тапмай. Ул быны актерға пародия кеүегерәк килеп сығыр, тип уйлай. Һәм ул финалда был образдан баш тарта. Жюри ҙа быға ҡаршы килмәй, номерҙы өсөнсө урынға лайыҡ, тип таба.

- Быға бик шатмын. Үҙем өсөн генә түгел, ә әллә нисәмә театрҙар араһында Салауат ҡалаһының исеме булыуы ла ғорурлыҡтыр, тип уйлайым. Ике йылдан һуң үткәреләсәк конкурсҡа тағы барырға иҫәп тотам, - тип пландары менән уртаҡлашты актер.

Рафаэль Ғәйнуллин режиссура өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Яңыраҡ В. Илюхиндың пьесаһы буйынса балалар өсөн әҙерләнгән «Күңелле Эльф» әкиәте Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының дәүләт стипендияһына лайыҡ була. Иң кескәй тамашасыға тәғәйенләнгән әкиәттең премьераһы иртәгә күрһәтелә. Шулай уҡ Салауат театры «Берҙәм Рәсәй» партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проектына ингән. Бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙарға ярҙам итеүгә федераль ҡаҙнанан 30 миллион һум аҡса бүленә.


Читайте нас: