газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Апрель 2018, 16:08

“Мин яратам һине, Рәсәй!”

“Ағиҙел“ мәҙәни-ял үҙәгендә 18-се тапҡыр “Һалдат йыры - 2018. Мин яратам һине, Рәсәй“ ҡала фестивале үтте. Быйылғы сара ҡаланың 70 йыллығына арналды. Йәштәрҙең хәрби-патриотик тәрбиәһен, героизмды пропагандалаған йырҙарҙы башҡарыусылар конкурсында 60-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Шуларҙың 14-е финалға сыҡты.

“Ағиҙел“ мәҙәни-ял үҙәгендә 18-се тапҡыр “Һалдат йыры - 2018. Мин яратам һине, Рәсәй“ ҡала фестивале үтте. Быйылғы сара ҡаланың 70 йыллығына арналды. Йәштәрҙең хәрби-патриотик тәрбиәһен, героизмды пропагандалаған йырҙарҙы башҡарыусылар конкурсында 60-ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Шуларҙың 14-е финалға сыҡты.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина фестивалдә ҡатнашыусыларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләне. Сара индустриаль колледж студенттарының “Өс танкист“ йыры менән башланды. Гүзәл Камалова “Ҡайтыу“ йырын башҡортса үҙенсәлекле итеп башҡарғанда залда ултырған әсәйҙәрҙең күҙҙәре йәшкә мансылды. Ул милли мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлаған өсөн диплом һәм сертификат менән бүләкләнде. Бер ғаиләнән сығыш яһаусы Александр, Елена һәм Светлана Багровтарҙың йыры тамашасыларҙы тетрәндерерлек булды, хатта залда бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Сәхнә түрендәге экрандан һуғыш ветеран-дарының иҫәндәре, үлгәндәренең дә фотоһүрәттәре, һуғыш эпизодтарынан торған видеояҙмаларҙы күрһәтеү тамашасыларға тулҡынландырғыс тәьҫир итте.

Йәштәр Бөйөк Ватан һуғышы, хәҙерге заман армияһы, беҙҙең һалдаттарҙың Афған, Чечен хәрби бәрелештәрендә ҡатнашыуҙары хаҡында йырҙар башҡарҙы. Ысынлап та, был конкурста йырҙарҙың йөрәктәргә үтеп инеп, күңелдең нескә хистәрен тирбәлтерлектәре яңғыраны. Һуғыштың ни икәнен кинофильмдарҙан ҡарап ҡына белгән йәш быуын йыр аша тамашасыларға Тыуған илгә булған һөйөү хисен дә, дошманға ҡарата нәфрәтен дә еткерә алды.

Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе үҙҙәренсә айырылып торҙо. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы ғәҙел баһаларға тырышты. Еңеүселәргә ҡала хакимиәте һәм “Ортикон-Фитнес“ спорт-һауыҡтырыу үҙәге махсус приздар әҙерләгәйне.

Һәм бына ниһайәт, сәхнәлә “Һалдат йыры” фестиваленең иң-иңдәре иғлан ителде. Шулай итеп, Гран-при Салауат музыка колледжы студенттары Кристина Ильтимирова, Гүзәл Замалетдинова һәм Роман Пестряевҡа бирелде. Улар гитара һәм сертификаттар менән бүләкләнде.
Читайте нас: