Салауат башҡорт дәүләт драма театрында «Һылыуҡай» ҡала конкурсы үтте
Эйе, халҡыбыҙҙың гүзәл ҡыҙ-ҙары әҙәплелеге, уңғанлығы һәм һылыу булыуҙары менән күркәм! Шуға күрә лә ҡалала йыл һайын уҙғарылған матурлыҡ байрамы ғәжәйеп сихрилек менән үҙенә арбай. Быйыл яҙҙың һуңлап килеүенә ҡарамаҫтан, илаһилыҡ-ҡа табындырған «Һылыуҡай» кон-курсы күңелдәрҙе елкендереп, яҙ ҡояшындай тәьҫир итте барыһына ла.
Алдан уҡ шуны билдәләү урынлы булыр: «Һылыуҡай» конкурсы йылдың-йылы үҙенсәлекле үтә. Был инде тамашаны ойоштороусыларҙың һәм әҙерләүселәрҙың фантазия байлығы менән ҡыуандырыуы. Иң яҡшы остаздар күҙәтеүе аҫтында көн һайын уҙғарылған вокал, хореография, дефиле, сәхнә телмәре буйынса әҙерлектең һөҙөмтәһе матур байрамда сағылды, финалға үткән ун бер сибәрҙең барыһына ла йондоҙ булып балҡырға мөмкинлек бирҙе. Ә тамашаның шундай эҙмә-эҙлекле, конкурстың дәртле йыр, бейеү номерҙары менән аралашып барыуы, бер ниндәй “абыныуһыҙ” үтеүе күңелгә май булып ятты.
Финалдың тәүге турын ҡыҙҙар, ғәҙәттәгесә, үҙҙәре менән таныштырыуҙан башла-ны. Конкурсҡа ҡалабыҙҙың төрлө белем биреү учреждение-ларында белем алып йөрөгән ҡыҙҙары һынау тоторға килгән. Араларында сит-ят фамилиялы, исемле ҡыҙҙар булыуы һәм уларҙың башҡорт телен белмәй, һүҙҙәрҙе бутап һөйләрҙәрме икән, тигән борсолоуыбыҙ юҡҡа булды. Асылда барыһы ла лайыҡлы сығыш яһаны, үҙҙәре менән бер-береһен ҡабатламай ғына, үҙенсәлекле итеп таныштырҙы. Улар тыуған еренә, туған теленә, ата-әсәһенә, туғандарына булған һөйөүен белдерергә тырышты. Күбеһе йыр-моңға, бейеүгә ғашиҡ булыуын, сәләмәт тормош рәүешенә, спорт менән шөғөлләнеүгә өҫтөнлөк биреүен һөйләне. Ҡыҫҡаһы, барлай китһәң, маһирлыҡтарын, уй-хыялдарын һөйләп бөтөрмөн тимә. Иң мөһиме уларҙың киләсәккә ҡуйған маҡсаттары изге - юғары белем алып, Тыуған илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итеүҙән тыш, һәр ваҡыт, мәрхәмәтле, инсафлы булып ҡалыу, матур кешелек сифаттарын юғалтмау. Ҡыҙ булһын да аш-һыу серҙәрен белмәй буламы һуң, барыһы ла халҡыбыҙҙың милли аштарын әҙерләп килтергәйне, уларҙы жюри ағзаларының баһаламаһына сығарҙы улар.
Быйылғы конкурс Ғаилә йылына арналып үткәрел-гәнлектән, һылыуҡайҙар сәхнә түренә үҙҙәренең ғаиләләре менән сыҡты. Ҡыҙҙар ата-әсәләренең, ағай-апайҙарының, һеңле-туғандарының был тормошта ныҡлы терәк булып тороуын инандырҙы.
Билдәле, сәхнәлә генә бөтә һәләттәрҙе күрһәтеп өлгөрөү мөмкин дә түгел. Шулай ҙа ойоштороусылар ҡыҙҙарҙы һынап ҡарау өсөн төрлө бәйге этаптарын әҙерләгән. Һылыуҡайҙар матур итеп йырлай белеүҙәрен, оҫта итеп бейеү башҡара алыуҙарын иҫбатланы. Ә һомғол буйҙарын, үҙҙәрен сәхнәлә модель кеүек тота белеүҙәрен төрлө кейемдәрҙәге дефиле менән күрһәтте.
Ҡыҙҙарға сығыштары ваҡытында көс һәм илһам бирергә дуҫтары һәм туғандары күпләп килгәйне. Улар үҙҙәре «көйгән» финалсыны дәррәү алҡышлап ултырҙы, ҡулдарынан плакаттары төшмәне.
Финалда ҡатнашыусы һылыуҙар, улар өсөн янып-көйгән тамашасылар жюри ағзаларының еңеүселәрҙе бил-дәләүен тулҡынланып көттө. Салауат башҡорттары ҡоролтайы, «Салауат» гәзите редакцияһы «Башҡорт теле - минең киләсәгем» номинацияһы менән Алина Ғәзизованы бүләкләне. Әйткәндәй, «Салауатбыяла» йәмғиәте лә үҙенең махсус бүләген тап ошо һылыуҡайға тап-шырҙы. «Выбор» гәзите йылдағыса сибәркәйҙәр өсөн «Бәйләнештә» селтә-рендә тауыш биреү алып барҙы. Улар «Интернет һылыуҡа-йы» тип Гүзәлиә Шә-рәфетдинованы атаны.
«Аквамарин» мага-зинынан Есения Хиса-моваға, модель агентлығынан Залина Дәүләтбаева һәм Алина Ғәзизоваға сертификаттар тапшырылһа, «Алмаз» бас-сейны, «Көнсығыш» фитнес-һауыҡтырыу клубы һәр бер сибәркәйгә сертификаттар бирҙе. Конкурстың башҡа бағымсылары ла һылыуҡай-ҙарҙы үҙҙәренең махсус приздары менән шатландырҙы.
Жюри ағзалары номинант-тарҙы һәм призлы урындар яулаусыларҙы иғлан итте һәм бүләктәр тапшырҙы (уларҙың исемлеге таблицала бирелгән). Баһалама ағзалары рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафи-на «Һылыуҡай» конкурсының еңеүсеһе тажын Элиза Ваһаповаға кейҙереү менән уның шатлығын бүлешергә шунда уҡ сәхнә түренә яҡындары, дуҫтары атылды.
- Еңеү яулауыма мин бик шатмын. Ҡыҙҙарҙың һәләт-тәрен асыу өсөн ошондай кон-курс үткәреүҙәренә ойош-тороусыларға, бәйгегә әҙер-ләнергә ярҙам иткән яҡын-дарыма, миңә матур тәрбиә биргәндәре өсөн ата-әсәйемә, олатай-өләсәйҙәремә ҙур рәх-мәтлемен, - тине ҡала бәйге-һенең Гран-приһын яулаусы һылыуҡай.