Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ғаилә йылына арналған төбәк-ара конкурс булып үтте. Уның «Өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәр (ейәндәр)» тип аталыуы ғына ла сараның бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыуына ишара ине. Был ярышта Стәрлетамаҡтан бер нисә команда, Ишембай ҡалаһы һәм районынан, күрше райондарҙан һәм, әлбиттә, беҙҙең ҡаланан вәкилдәр ҡатнашты.
Алдан бирелгән ҡағиҙә буйынса, өләсәй-ҙең ейән-ейәнсәре балалар баҡсаһынан булырға тейеш. Шунлыҡтан беҙ конкурста ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә» 53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхимә Әхтәм ҡыҙы Хәйбуллинаға мөрәжәғәт иттек. Ул шатланып риза булды. Рәхимә ханым үҙе оҫта гармунсы, ҡумыҙсы, «һә» тигәнсә шиғыр ҙа яҙа ала, матур бейей. Бына ошо һәләттәрҙе ул үҙенең тәрбиәләнеүсеһенә матур итеп еткерә. Алты йәшлек Ангелина Хәмзина өләсәһе Рәшиҙә Фәтих ҡыҙы ҡарамағында тәрбиәләнә. Үҙенең дүрт балаһын яңғыҙы оло тормош юлына баҫтырған, уларға белем, яҡшы тәрбиә бирә алған 25-се башҡорт гимназияһы хеҙмәткәре Рәшиҙә Фәтих ҡыҙы бөгөн ике ейәнсәре - Ангелина һәм уның апайының яҙмыштарын да үҙ иңенә алған. Баланың таҙа башҡортса һөйләшеүе, матур йырлауы, өҙә баҫып бейеүе, күп шиғырҙар белеүендә өләсәһе Рәшиҙәнең дә роле ҙур, тип уйлайым.
Ярыш өс этаптан торҙо. «Киске Өфө» гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева етәкләгән жюри ағзалары уларҙың һәр береһенә тейешле баһаларҙы бирә барҙы.
Сығыш яһаусылар араһында беҙҙең Ангелинабыҙ өләсәләре менән иң сағыу, эстәлекле, мәғәнәле итеп баланың формалашыуында өләсәй тәрбиәһенең ролен күрһәтә алды. Ә инде ҡалабыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһындағы Гөлнара Хәйбуллина етәкләгән «Көмөш тәңкә» ағинәйҙәренең иҫ киткес сағыу милли башҡорт кейемдәрендә сәхнәлә сығыш яһауҙары конкурстың бәҫен айырыуса күтәреп ебәрҙе. Форсаттан файҙаланып, мин уларға оло рәхмәтемде белдерер инем.
Был сарала ҡатнашып ҡына ҡалмай, еңеп тә ҡайтыуыбыҙҙа «Йәншишмә» балалар баҡсаһы мөдире Эльза Биҡҡужина һәм Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сибәғәт Рахманғоловтың ярҙамын билдәләп үтмәй булмай. Эльза Фәрит ҡыҙы рөхсәте менән балалар баҡсаһы музейынан сығыш яһау өсөн бихисап материалдар алынды. Сибәғәт Ғибәт улы сараның бағымсыһы булып ҡына ҡалманы, үҙе алып барып, сығыш яһап, алып ҡайтты.