Быйыл Мәҙәниәт хеҙ-мәткәре көнөн Салауат драма театры коллективы матур һөҙөмтәләр менән ҡаршы алды. Театрҙың «Арлекин» балалар өлгөлө театр студияһында шөғөл-ләнеүселәр Мәскәүҙә үткән «Рәсәй бишеге» Халыҡ-ара конкурс-фестивалдә Гран-при алып ҡайтты. Улар тамашасылар һәм мәртәбәле жюри хөкөмөнә А. Гриндың «Алһыу елкән» повесы мотивы буйынса «Ассоль» спектаклен сы-ғарҙы.
Фестиваль «Таланттар планетаһы» балалар ижадын үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү фонды тарафынан ойошторолған. Халыҡ-ара проект йәш йондоҙсоҡтарҙы асыҡларға булышлыҡ итә.
- Ошондайыраҡ ҙур сарала ҡатнашыу теләге менән күптән яна инек. Ниһайәт, маҡсатыбыҙ бойомға ашты. Унда, театрҙан башҡа, эстрада, вокал, хореография кеүек башҡа төрлө жанрҙар ҙа бар ине. Беҙ үҙ йүнәлешебеҙ буйынса урта йәш категорияһында Гран-при яуланыҡ. Еңеүҙәребеҙ байтаҡ булһа ла, быныһы - беҙҙең өсөн оло ҡаҙаныш. Сөнки шул тиклем күп ҡатнашыусы араһынан тап беҙҙең студияның эше юғары баһаланыуы иңгә илһам ҡа-наттары ҡуйҙы. Ә бит әллә ни артыҡҡа өмөтләнмәгәйнек, - тип һөйләй студия етәксеһе Радик Ғәлиуллин.
Балаларҙың үҙҙәренән: «Еңеүҙе нисек ҡабул иттегеҙ? Ҙур сәхнәлә сығыш яһауы ҡурҡыныс булманымы?» - тип һорайым. Улар бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Ҡаушаған һымаҡ та булдыҡ. Һүҙҙәребеҙҙе онотор төҫлө инек. Әммә етәксебеҙ Радик Наил улы, хореографыбыҙ Гөлнәзирә Нәфис ҡыҙы беҙгә ышаныс өҫтәне, барыһы ла яҡшы буласағына ышандырҙы. Ысынлап та, сәхнәгә сыҡҡанда ғына ҡурҡыныс булды. Һуңынан рәхәтләнеп уйнаныҡ. Еңеүселәрҙе иғлан иткәндә бик тулҡынландыҡ. Сөнки өс урынды иғлан иткәндә лә үҙебеҙҙең исемде ишетмәнек. Еңмәнек инде, тип ҡайғырып торғанда, «Арлекиндар»ға Гран-при тигәс, шатланыуыбыҙҙы күрһәгеҙ! Тойғоларҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел, - ти улар.
Мәскәү балаларға бик оҡ-шаған. Улар Ҡыҙыл Майҙанда ла булған, Щепкин исемендәге юғары театр училищеһында спектакль ҡарарға ла өлгөргән, Космонавтика музейына барыу бәхете лә тейгән.
Бынан тыш ошо студияла шөғөлләнеүсе Артем Мизгулин «Нәфис һүҙ» номинацияһында өсөнсө урынды яулаған. Был да еңеүҙәр исемлеген ишәйтә. Ғөмүмән, тырыш хеҙмәт һөҙөмтә бирмәй ҡалмаған.
Әле коллектив яңы әҫәр әҙерләү менән мәшғүл. Киләсәк-тә лә «арлекин»дар яңы еңеү-ҙәре менән шатландырыр әле.