Тап шулай тип иҫәпләй ғүмер юлын 40, 50, 60, 70 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп уҙған парҙар. Ҡаланың «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһы Ғаилә йылына һәм ҡаланың 70 йыллығына арналған “Татыу ғаилә - дәүләт нигеҙе” тип аталған матур сара уҙғарҙы.
Сәхнәгә күтәрелгән дүрт матур парға һоҡланмау мөмкин түгел. Ана, бабайҙар инәйҙәрҙе ҡулынан етәкләп алған, бер-береһенә һөйөү тулы күҙҙәре менән баҡҡан. Улар: Зәйтүнә һәм Миңлеәхмәт Ғәзизовтар, Финә һәм Ғәзизйән Малеевтар, Руфина һәм Миҙхәт Рәхимҡоловтар, Анида һәм Фәрит Ханнановтар.
- Республика башлығы Рөстәм Хәмитов быйылғы йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был юҡҡа түгел. Сөнки былтыр ярты йыллыҡта республика буйынса 7949 пар ғаилә ҡорһа, 6320-һе айырылышҡан. Ҡалала былтыр 752 пар сәстәрен-сәскә бәйләһә, 417-е артабан да бергә йәшәүҙе кәрәк тип тапмаған. Был күренеш бик тә аяныс.
Ғаилә йылы ҡалабыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейы менән тап килде. 70 йыл буйына күпме ғаиләләр барлыҡҡа килгән, сабыйҙар тыуған, ҡалабыҙҙан ғорурланырлыҡ шәхестәр үҫеп сыҡҡан. Тап һеҙ, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, ғаиләгеҙҙе һаҡлап ҡалғанһығыҙ, өлгөлө балалар үҫтергәнһегеҙ, - тине үҙ сығышында Салауат ҡалаһының «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһы рәйесе Фәнзилә Тибеева.
Ҡунаҡҡа Бәләбәйҙән, Стәрлебаштан, Димдән «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһы вәкилдәре саҡырылғайны. Өфө ҡалаһынан Татар ҡатын-ҡыҙҙарының йәмәғәт ойошмалары ассоциацияһы рәйесе Люциә Вафина беҙҙең ҡаланың «Аҡ ҡалфаҡ» ойошмаһы эшенә ҙур баһа бирҙе.
- Салауатта иң яҡшы ойошмаларҙың береһе эшләп килә. Улар бөгөн шундай ҙур, матур байрам ойошторған. Өлгөлө ғаиләләрҙе табыр өсөн хәтһеҙ ваҡыт, түҙемлек кәрәк. Бөгөн уларҙы үҙебеҙҙең арала күреү ҙур ҡыуаныс, - тип, бүләктәр ҙә тапшырҙы.
Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ла матур парҙарға ҡотлау сәләмдәрен еткереп, грамоталар менән бүләкләне.
Ысынлап та, бик ҙур эш башҡарылған. Оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаиләләргә лә, йәш-елкенсәк ҡыҙҙарға ла анкета һорауҙары таратылған. Өлкәндәрҙең яуаптарына таң ҡалырлыҡ. Мәҫәлән, улар ғаилә нигеҙендә мөхәббәт, татыулыҡ ята, тип иҫәпләй. Төрлө хәлдәр булды, әммә бер ваҡытта ла айырылышыу тураһында уйламаныҡ. Ҡыйынлыҡтарҙы ла бергә кисерҙек, балаларға яҡшы өлгө күрһәтеп тәрбиәләргә тырыштыҡ, тигәндәр. Йәш ҡыҙҙарҙың күбеһе тормош иптәше итеп булдыҡлы, ышаныслы егетте һайлау, әммә ике ҡыҙ бай егет эҙләү теләген белдергән. 33 процент ҡыҙҙар башҡа динле кешегә кейәүгә сығырға әҙер. Ололар ғәфү итеүҙе, кисереүҙе бик мөһим тип һанаһа, йәштәрҙең 75 проценты быға риза түгел. Ошонан да ниндәйҙер һөҙөмтә яһап булалыр.
61 йыл татыу ғүмер кисереүсе Малеевтар йәштәргә был йәһәттән үрнәк булырлыҡ. Улар сығыштары менән Бүздәк районынан. Армиянан һуң Ғәзизйән Йыһанша улы яңы төҙөлөшкә Салауатҡа эшкә урынлаша, ауылындағы шәфҡәт туташы Финә Ғәлләм ҡыҙына өйләнеп, бында алып килә. «Ғаилә - һәр кеше өсөн һыйыныр урын, йылы оя икәнлеген бер ваҡытта ла онотмағыҙ. Тыныс, матур йәшәүҙең сере сабырлыҡта, иң мөһиме - ғәфү итә белергә кәрәк», - ти улар.
Сара ҡалабыҙҙың һүҙ оҫталарының, йыр-моң яратыу-сыларҙың дәртле, күңелле концерты менән үрелеп барҙы. «Ал ҡалфаҡ»тарҙың киленгә һыу юлы күрһәтеү йолаһы тамашаға тағы ла йәм өҫтәне.