газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель 2018, 12:38

Моңло йырға тиң ғүмер

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 85 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, унда эшләп, хөрмәткә лайыҡ булған кешеләр тураһында мәҡәләләр баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - оҙаҡламай үҙенең матур юбилейын билдәләйәсәк, тамашасыларҙы һоҡланғыс ролдәре менән генә түгел, моңло тауышы менән дә арбаған актриса Гөлсәсәк Шәрипова.

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 85 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, унда эшләп, хөрмәткә лайыҡ булған кешеләр тураһында мәҡә-ләләр баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - оҙаҡламай үҙе-нең матур юбилейын билдәләйәсәк, тамашасыларҙы һоҡланғыс ролдәре менән генә түгел, моңло тауышы менән дә арбаған актриса Гөлсәсәк Шәрипова.

- Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы, һеҙ ҡайһы яҡ ҡыҙы? Ата-әсәйегеҙ ниндәй өлкә кешеләре булды?

- Ата-әсәйем тамырҙары менән Әлшәйҙән. Атайымды Ишембай районы Кинйәкәй ауылына практикаға ебәргәндәр, минең кендек ҡаным да шунда тамған. Әммә үҙемде тулыһынса Дим буйы ҡыҙы тип иҫәпләйем. Бала сағым шунда үтте. Әсәйем ҡырҡ йыллап балалар уҡытты, атайым механик булды, ҡулынан килмәгән эше булманы.

- Сәнғәт юлын һайлауға нимә сәбәпсе булды? Актриса, йырсы булыу теләге күңелегеҙҙә йәшәй инеме?

- Был турала бәләкәйҙән хыялландым, әммә әсәйем теләгемә ҡаршы килде, үҙе кеүек уҡытыусы итеп күрергә теләптер инде, Салауатҡа педагогия училищеһына уҡырға ебәрҙе. Уны уңышлы тамамланым, алынған белемем тормош юлымда бик ярҙам итте, ләкин уҡытыусы булыу теләге менән янманым. 3-сө мәктәптә пионервожатый итеп тә ҡуйғайнылар, әммә минең унда ҡалғым килмәне. Ял паркында художество етәксеһе, комбинатта лаборант та булдым. Бригада менән үҙешмәкәр түңәрәктә сығыш яһай инек. Шунда бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем дә, етәкселәрем дә миңә: «Һин бында эшләргә тейеш түгел. Уҡырға, талантыңды асырға, йырларға кәрәк. Урының сәхнәлә, Гөлсәсәк», - тинеләр. Шунан ситтән тороп Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамланым.

- Салауат дәүләт драма театрына эшкә килеп урынлашыуығыҙ ҡасан, нисек килеп сыҡты?

- 1989 йыл. Салауат театры М.Буранғоловтың «Шәүрәкәй» спектаклен ҡуйырға йыйына. Төп роль - Шәүрә юҡ. Беҙҙең концерттар менән йөрөгән мәл. Конкурс иғлан иттеләр, мине лә саҡырҙылар. Һынауҙы уңышлы үттем. Спектакль бик матур килеп сыҡты. Әбйәлилдән башҡорт егете Азамат Усманов менән сәхнәлә йөҙөп уйнаныҡ, халыҡ йырын рәхәтләнеп һуҙҙыҡ. Шунан мин театрҙан айырылманым. Бына 30 йылға яҡын инде уға хеҙмәт итәм. Профессор Фәндүнә Ҡасимова: «Был спектаклде тағы әллә нисәмә тапҡыр сәхнәгә сығарҙым, әммә һеҙҙең «Шәүрә»не башҡа ҡуя алманым», тине.

- Остаздарығыҙ кем булды? Сәнғәт нескәлектәренә кем өйрәтте?

- Фәндүнә Ҡасим ҡыҙы үҙемде сәхнәлә тоторға өйрәтте, оло юлға юл ярҙы. Көслө режиссер менән эшләү бәхете тейҙе миңә. Вәзих Сәйфуллин дәрестәр үткәрә ине. Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен.

- Һеҙ, актрисанан тыш, матур итеп йырлайһығыҙ ҙа. «Ярангөл», «Өс ҡайын», «Сейәләр» йырҙары менән тамашасы күңелен арбаған-һығыҙ. Был һәләтегеҙ ҡайҙан килә? Әллә ғаиләгеҙҙә лә йырсылар булдымы?

- Атайым да, әсәйем дә бик матур йырланы. Атайымдың тауышы бигерәк моңло булды. Башҡорт халыҡ йырҙарын, «Абдрахман», «Һандуғас», «Азамат» кеүек оҙон көйҙәрҙе бигерәк илһамланып башҡарҙы. Һәләт күберәге атайымдан бирелгәндер, тип уйлайым.

- Башлыса, ниндәй ролдәр уйнарға тура килде? Ролдәрҙе бүлгәндә һеҙҙең моңло тауышығыҙҙы иҫәпкә алдылармы?

- Эйе, баштан уҡ йырлы ролдәр бирҙеләр. «Башмағым», «Ғәлиәбаныу», «Шәүрәкәй» һәм башҡалары.

- Ике бала тәрбиәләп үҫтер-гәнһегеҙ. Тормош иптәшегеҙ ҙә сәнғәт кешеһе. Шул арҡала балалар тәрбиәләгәндә ауырлыҡтар тыума-нымы? Яҡуп ағай икенсе өлкәлә эшләһә, нисегерәк булыр ине икән?

- Булманы түгел инде. Аҙналап түгел, айлап гастролдәргә сығып китәбеҙ, телефон бәйләнеше юҡ. Иптәшемдең әсәһе лә ярҙамлаша торғайны. Ҡыҙҙарым бәләкәйҙән үҙ аллы булып үҫте. Һыуытҡысҡа, туңдырғысҡа күпләп ашарға әҙерләп китәбеҙ. Каникулдар ваҡытында бергә лә алып йөрөнөк. Хәләлемде башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Беҙ уның менән һәр ваҡыт бергә булдыҡ, бергә атланыҡ, ярты һүҙҙән аңлашып торабыҙ. Мин уға сикһеҙ рәхмәтлемен.

- Ҡыҙҙарығыҙҙың икеһе лә һеҙҙең юлдан киткән. Был юлды улар үҙҙәре һайланымы?

- Икеһе лә йырға әүәҫ булды, музыка мәктәбен тамамланылар. Ләйсәнебеҙ бәләкәйҙән көй яҙҙы, музыка училищеһын яҡшы билдәләргә тамамланы. Уҡыуын Өфөлә институтта дауам итте.

- Актриса тамашасыны нисек йәлеп итергә тейеш? Һеҙҙе улар нисек ҡабул итте? Шул турала һөйләп үтегеҙ әле.

- Сәхнә осраҡлы кешеләрҙе үҙһен-мәй. Был һәләт тәбиғәттән бирелергә тейеш. Ихласлыҡ, асыҡлыҡ кәрәк. Шишмә районында гастролдә инек. Бер тамашасым миңә хат ҡалдырған. Уны оҙаҡ ҡына һаҡлап йөрөнөм. Унда: «Йәшләй генә тол ҡалдым. Артабан йәшәүгә көсөмдө юғалттым. Осраҡлы ғына һеҙҙең йырҙарығыҙҙы ишеттем һәм уларҙы тыңлай башланым, иҙрәп йоҡлап китә, иртән шул моң аҫтында уяна инем. Шул арҡылы мин иҫән ҡалдым. Рәхмәт һеҙгә», - тиелгәйне. Тамашасы рәхмәте шул түгелме ни?

- Үткән тормош юлына әйләнеп ҡарап нимә әйтә алаһығыҙ? Ошо һөнәрҙе һайлауығыҙға үкенмәйһе-геҙме?

- Юҡ, үкенмәйем. Сәхнә - минең тормошом. Күңелемдә йөрөткән изге хыялымды бойомға ашыра алыуым менән сикһеҙ бәхетлемен.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Читайте нас: