газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Март 2018, 16:33

Хеҙмәт менән ғүмер итеү - иң ҙур бәхет донъяла!

Экскурсиялар үткәреүсенең эше абруйлы ла, ҡыҙыҡлы ла. Уның һөнәри хеҙмәтенән тыш, педагогик, лектор, этика, логика, психология, ораторлыҡ оҫталыҡтары ла булырға тейеш. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының экскурсоводы Валентина Бохарина менән танышҡас та, тап ошондай сифаттарға эйә булыуы асыҡланды.

Экскурсиялар үткәреүсенең эше абруйлы ла, ҡыҙыҡлы ла. Уның һөнәри хеҙмәтенән тыш, педагогик, лектор, этика, логика, психология, ораторлыҡ оҫталыҡтары ла булырға тейеш. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының экскурсоводы Валентина Бохарина менән танышҡас та, тап ошондай сифаттарға эйә булыуы асыҡланды.

Музейға килеп кергәндә Валентина Петровна уҡыусылар өсөн дәрес-экскурсия алып бара ине. Һәр бала уны иғтибарлы тыңлай, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә. Ысынлап та, был балаларға ғына түгел, һәр кеше өсөн яңы асыш.

Валентина Бохарина Стәрлетамаҡ районының Ильиновка ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Ул Стәрлетамаҡ педагогия институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Уҡытыусылары уға аспирантурала уҡырға тәҡдим итһәләр ҙә, йәш ҡыҙ үҙ теләге буйынса Салауат ҡалаһының 15-се мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Әммә уға мәктәптә оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Ҡыйыу йәш белгесте ВЛКСМ, һуңынан КПСС-тың ҡала комитетына эшкә алалар. 1991 йылда партия тарҡалғас, ул халыҡты социаль яҡлау ойошмаһында, педагогия училищеһында эшләй. Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла, дәртләнеп хеҙмәт юлын дауам итә.

- Ҡалала музей асырға ниәтләгәс, документтар йыйырға, ҡаланы һәм тарихты белгән кешеләр кәрәк, тип мине эшкә саҡырҙылар. Музейҙы асыуҙа бик күп кешеләр, ойошмалар, преприятиелар ярҙам итте. Барыһының да тырышлығы менән эшебеҙҙең һөҙөмтәһе күҙгә күренеп артты. 2009 йылда музей асылғандан бирле эшемде яратып башҡарам, - ти Валентина Петровна.

Тырыш хеҙмәткәр үҙенең эшенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә бик әүҙем ҡатнаша. Ул 18 йыл дауамында ҡаланың ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Шулай уҡ комсомол ветерандары советы рәйесенең урынбаҫары вазифаһын башҡара, ветерандар советы, рус соборы, ҡатын-ҡыҙҙар һәм «Әсә күңеле» ойошмаларының ағзаһы ла булып тора. Уның ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәте бихисап Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Улар хатта ҙур папкаға ла һыймай.

- Валентина Петровна тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин, сөнки ул иң оҫта алып барыусы, талантлы оратор һәм психолог та. Төрлө тематик күргәҙмәләр үткәргәндә бәләкәй балалар, уҡыусылар һәм студенттар менән эшләргә тура килә. Ул һәр мәғрифәтселек эштәренең, презентацияларҙың, сараларҙың сценарийҙарын үҙе төҙөй, яңыса алым менән эшләй. Музейҙа «Илһам» мәҙәниәт клубын да етәкләй. Ғөмүмән, ул бөтә музей эшен үҙе этәреп алып бара, күңелен биреп башҡара, - ти тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Нәсимә Кулябина.

Музей - ул ҡала тарихы һәм мәҙәниәт усағы. Әгәр ҙә ҡалаға бәйле экспонаттар, фотоһүрәттәр булһа, ташламаһындар, ә музейға килтерһендәр ине, тигән теләктәрен дә еткерҙе Валентина Бохарина осрашыу аҙағында.
Читайте нас: