газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Март 2018, 11:34

Әгәр телем йәшәй икән, халҡым да йәшәр

Күптән түгел Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Беҙҙең ҡаланың данын тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире Гөлнара Хәйбуллина яҡланы. Ул “Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт” номинацияһында билдәләнеп, Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Күптән түгел Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” конкурсы еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Беҙҙең ҡаланың данын тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы мөдире Гөлнара Хәйбуллина яҡланы. Ул “Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт” номинацияһында билдәләнеп, Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

- Мәртәбәле конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткәнһегеҙ. Бәйгенең маҡсаттары, бурыстары нимәгә ҡай­тып ҡала?

- Ҡатын-ҡыҙ бөтә ергә лә өлгөрә. Уҡытыусы, мәҙәниәт йәки медицина хеҙмәт­кәре булһынмы, ул төп хеҙмәте менән бер рәттән йәмәғәт эшен дә уңышлы алып бара. Был сара ошондай әүҙем гүзәл заттарыбыҙҙы асыҡлар өсөн ойошторолғандыр, тип уйлайым. Йәмғеһе 200-ләгән ғариза ҡабул ителгән. Номинациялар төрлө яҡлы булды, моғайын, был киләсәктә лә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙа сәм уятыр, яңы ҡаҙаныштарға этәргес булыр.

- Һеҙ «Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт» номинацияһында билдәлән-гәнһегеҙ. Ниндәй эштәр ебәрҙегеҙ?

- Портфолиомда утыҙ йыллап тупланған эш һөҙөмтәһен күрһәтергә тырыштым.

- Һеҙҙә халҡым, телем тип янып йәшәү, илһөйәрлек тойғолары сағыла.

- Эйе, ғүмерем буйы илемә, халҡыма тоғро хеҙмәт иттем. Телебеҙ нәфис, тарихыбыҙ бай, үҙенсәлекле. Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының матурлығын, милләтебеҙҙең йөҙөн, бар булмышын, ысынбарлығын милләттәштәребеҙ ғорурланырлыҡ итеп күрһәтергә тырыштым һәм тырышам.

- Китапханала һеҙ ойошторған “Көмөш тәңкә” әҙәби-фольклор, “Селтәр” түңәрәктәре лә ошо маҡсаттан сығып донъя күргәндер. Был эш нисек башланып китте?

- Милли биҙәүестәр-түшелдерек, ҡашмауҙар эшләй торған түңәрәк асыу күптәнге теләгем ине. Ҡаланың бик матур апайҙары менән ошо эште башлап ебәрҙек. Түңәрәккә йөрөгән апайҙар шул тиклем белемлеләр, аҡыллылар. Нисегерәк эшләргә кәрәклекте белеү өсөн журнал-китаптарҙы аҡтаралар, интернеттан эҙләйҙәр. Тәүге эшебеҙ, әлбиттә, төрлөбөҙҙөң төрлөсә сыҡты. Йөрөгән таш шымара, тигәндәй, тора-бара оҫтарҙыҡ. Хәҙерге эштәребеҙ боронғоға күпкә тартым, яҡын. Бөгөнгө көндә шул эштәребеҙҙе туплап, ҡала күргәҙмә конкурсында ҡатнашырға йыйынабыҙ.

- Эшегеҙ яңы башланһа ла, еңеүҙәрегеҙ ҙә юҡ түгел, ахырыһы.

- Эйе, былтыр ҡалала уҙғарылған «Салауат - оҫталар ҡалаһы» фестива-лендә беренсе урынды яуланыҡ. Апайҙар тырыштылар. Афарин!

- Унда нимәләр әҙерләгәйнегеҙ?

- Конкурсҡа ҙур ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләнек. Бөтә булған түшелдеректәребеҙҙе ҡуйҙыҡ, бәй-ләнгән-тегелгән әйберҙәрҙе лә сығарҙыҡ. Балаҫтар, ҡорамалар, мендәрҙәр, картиналар, балалар кейемдәре, сәй-ләндән эшләнгән сәскәләр ҙә бар ине.

- «Көмөш тәңкә» хаҡында ни әйтерһегеҙ?

- «Селтәр»ҙә беҙ ҡул эштәре менән мәшғүл булһаҡ, «Көмөш тәңкә»лә йырлап-бейейбеҙ, ижад менән шөғөлләнәбеҙ. Коллективҡа шундай талантлы, аҡыллы, өлгөр апайҙар йыйылыуына шатмын, уларға ҡарап һоҡланам. Улар бар яҡлап та һәләтлеләр. Кәрәк булһа, йырлайҙар, тыпырҙап бейергә төшәләр, шиғырын да һөйләйҙәр. Йәшеренеп ятҡан таланттарын асыҡлап, сәхнәгә сығарып, үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинлек биргән өсөн улар бик рәхмәтле.

- Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

- Әле ошо коллектив менән йырлы-моңло «Атам-әсәм теле - мәңгелек» тигән композиция өҫтөндә эшләйбеҙ. Балаларҙы ла йәлеп иттек. Әлеге ваҡытта тел мәсьәләһе киҫкен тора. Был миндә ҙур борсолоу уята. Ни өсөн әле минең туған телем уҡытылмаҫҡа, юғалырға тейеш? Шул уйланыуҙар, тетрәнеүҙәр нигеҙендә тыуған идея ул.

- Күп кенә башланғыстарға нигеҙ һалыуығыҙ тураһында белдек. Тағы ниндәй проекттар хужаһы һеҙ?

- 2015 йылда Өфөлә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сираттағы семинар ултырышында брендлы саралар үткәреү буйынса талаптар ҡуйылғайны. Ошо саранан ҡайтып килгәндә, миндә Бауырһаҡ байрамы үткәреү идеяһы тыуҙы. Һәм оҙаҡҡа һуҙмай, асыҡ һауала, тәбиғәттә ошо байрамды уҙғарҙым. Бик шәп килеп сыҡты ул. Шулай уҡ 90-сы йылдар башында тәүгеләрҙән булып Ишембайҙа «Һылыуҡай» конкурсын үткәрҙем. Унда был йола республиканың район-ҡалаларында таралмағайны әле.

- Китапхана бөгөнгө көндә ниндәй тормош менән йәшәй? Уҡыусыларығыҙ бармы? Улар, башлыса, кемдәр?

- Бер осор китапханаларҙың эше һүрелгәндәй булғайны. Хәҙер эштәр әүҙемләште. Уҡыусыларыбыҙ етерлек. Интернет заманы булһа ла, китаптағы мәғлүмәттәр күпкә дөрөҫөрәк, ыша-ныслыраҡ. Халыҡты йәлеп итеү өсөн тырышабыҙ, төрлө юлдарын эҙләйбеҙ.

- Оҙаҡламай китапхананың 50 йыллыҡ юбилейы көтөлә. Нисек ҡаршыларға ниәтегеҙ?

- Яҡшы эш һөҙөмтәләре, матур саралар менән.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Читайте нас: