Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март 2018, 15:23

Мәрхәмәтле лә, шәфҡәтле лә ул

Кемдер театр гардеробтан, кемдер кассанан башлана, ти. Дөрөҫөрәге, кассанандыр, сөнки сәнғәт һөйөүселәр иң беренсе сиратта билет алырға кассаға килә. Рәйфә Сөләймәнова драма театры кассаһында ваҡытлыса ғына эшләй икән. Уның төп эше - склад мөдире. Театрҙы һәм коллективты хужалыҡ һәм канцелярия тауарҙары менән тәьмин итә.

Кемдер театр гардеробтан, кемдер кассанан башлана, ти. Дөрөҫөрәге, кассанандыр, сөнки сәнғәт һөйөүселәр иң беренсе сиратта билет алырға кассаға килә.

Рәйфә Сөләймәнова драма театры кассаһында ваҡытлыса ғына эшләй икән. Уның төп эше - склад мөдире. Театрҙы һәм коллективты хужалыҡ һәм канцелярия тауарҙары менән тәьмин итә.

Ул - Ишембай һылыуы. Матур тәбиғәтле Һайран ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Салауат ҡалаһында төпләнә. Бер аҙ крансы, һуңынан «Салауатнефтемаш» йәмғиәтендә егерме йыл станокта киҫеүсе-һырлаусы булып эшләй. 2008 йылда театрға эшкә килә һәм бына ун йыл инде хеҙмәтен яратып, күңелен биреп башҡара.

Эштә - яғымлы, өлгөр хеҙмәткәр, ә өйҙә бәхетле ҡатын һәм хәстәрлекле әсәй ул. Уның ғаиләһе лә күптәргә үрнәк булырлыҡ. Тормош иптәше Ғәйсәр менән бергә татыу ғүмер итеүҙәренә - 28 йыл. Улар ике ул тәрбиәләп үҫтергән. Оло улы Илгиз медицина өлкәһендә эшләп йөрөһә, ә кесеһе Эдуард 11-се класта белем ала.

Рәйфә апайҙың маһирлығын әйтеп үтмәй булмай: ул - милли аштарыбыҙ, бәйләү һәм тегеү оҫтаһы ла. Гүзәл заттарыбыҙға хас сифаттарҙың барыһы ла унда тупланған.

Исеменә есеме, тигәндәй, Рәйфә исеме лә мәрхәмәтле, шәфҡәтле тигәнде аңлата. Ундағы ихласлыҡ, күңел йылыһы, тормошто яратыуы бөтә донъяға етер кеүек. Ул туғандарына ғына түгел, ә бар ғаләмгә изгелек ҡылырға әҙер.

Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы уның эске донъяһының байлығында, тиҙәр. Үҙенең ихласлығы менән донъяны йәмләгән Рәйфә Сынтимер ҡыҙының гүзәллеге лә сикһеҙ.


Читайте нас: