газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Март 2018, 15:35

«Люстра» ҡабынды

Уҙған аҙна беҙҙең театр коллективы И. Зәйниевтың “Люстра” спектаклен ҡуйҙы. Режиссеры - ҡаҙаҡ егете Айдын Салбанов. Премьераны күрергә тамашасыларҙың залды тултырып килеүе кәйефтәрҙе нығыраҡ күтәрҙе.

Уҙған аҙна беҙҙең театр коллективы И. Зәйниевтың “Люстра” спектаклен ҡуйҙы. Режиссеры - ҡаҙаҡ егете Айдын Салбанов. Премьераны күрергә тамашасыларҙың залды тултырып килеүе кәйефтәрҙе нығыраҡ күтәрҙе.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, режиссер күҙлегенән пьесаның ҡуйылышы, сюжет линияһының төҙөлөшөн театр коллективы сер итеп ҡалдырғайны. Гәзит уҡыусылар ҙа «Ни өсөн люстра һуң?» тип аптырашта ҡалғандыр. Спектаклде ҡарағас, тап ошо ябай люстраның оло мөхәббәткә нигеҙ һалыуы аңлашылды. Беҙҙең артистар үҙҙәренә бүленгән өлөштө, ғәҙәттәгесә, бирелеп башҡарҙы. Шуныһы үҙенсәлекле булды, бер ролде әллә нисәмә характерлы кеше уйнаны. Берәү - ғорур, икенсеһе - ябай, өсөнсөһө - ҡыҙыу.

Премьеранан һуң тамашасы фекерен дә белештек.

Фаягөл Ғүмәрова:

- Үҙебеҙҙең театр артистары уйнаған спектаклдәрҙе бер ҙә ҡалдырғаным юҡ. Бөгөн дә бына рәхәтләнеп ял иттем. Бик оҡшаны. Коллектив бигерәк оҫта уйнай.

Тамаша залында Өфөнән килгән театр тәнҡитсеһе Айһылыу Сәғитова ла бар ине.

- Был әҫәрҙе мин элегерәк “Нур” театрында ҡарағайным. Бөгөн уны бөтөнләй икенсе юҫыҡта күрҙем. Айдын - философ, яҙыусы һәм йәш режиссер. Улай ғына ла түгел, ул режиссер-экспериментсы. Өс төп герой урынына ул 18 кешене сығарырға ҡыйыулыҡ иткән. Тик спектаклдә шау-шыу, ҡысҡырыш күберәк. Әҫәр, әлбиттә, күңелле, тамашасыға оҡшай, күңеленә яҡын, йыр-моңға бай, тормошсан. Ҡыҙыҡлы мәлдәре лә байтаҡ. Эргәмдә ултырыусылар ҙа ҡәнәғәт булды, - тине тәнҡитсе.
Читайте нас: