газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2018, 12:33

Туған телем - алтын бишек

Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, ауыҙ-тел ижадын, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында, 21 февраль Халыҡ-ара туған тел көнө тип билдәләнә. Үҙәк китапханала ошо датаға арналған кисә уҙҙы. Унда медицина колледжы студенттары саҡырылғайны. Йәштәр залдағы күргәҙмә менән дә ҡыҙыҡһынып танышты.

- Һәр кемгә үҙенең туған теле ҡәҙерле. Уның арҡылы беҙ һөйләшәбеҙ, донъяны танып-беләбеҙ. Теленән ситләшмәгән милләт кенә ер йөҙөнән юҡҡа сыҡмаясаҡ. Шулай булғас, уны һаҡлау, байытыу - һәр беребеҙҙең изге бурысы, - тине сараны алып барыусы китапханасылар.

Һүҙ йәштәргә лә бирелде. Медицина колледжының 1-се курс студенты Азалия Сәғәҙәтова Зәйнәб Биишеваның «Башҡорт теле» шиғырын оҫта һөйлә-үенә һоҡланмау мөмкин түгел ине.

Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,

Атам теле, әсәм теле - минең телем! - тигән юлдарына баҫым яһап, айырыуса бер ғорурлыҡ менән тамамлап ҡуйҙы ул шиғырын. Ошондай йәштәребеҙ күберәк булғанда беҙҙең телебеҙ ҙә юғалмаҫ. Студенттарға төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәте, тормош-көнкүреше, милли музыка ҡоралдары тураһында клиптар күрһәтелде, мәҡәлдәр әйтеү буйынса ла уҙыштылар.

- Тамырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ. Туған телебеҙҙе, халҡыбыҙға ғына хас булған күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлайыҡ. Илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫергә тырышайыҡ, Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын өсөн көс тә, ваҡыт та йәлләмәйек, - тип йомғаҡлау яһаны сараны ойоштороусылар.

Читайте нас: