Бөтә донъя Ғашиҡтар көнө билдәләнгән көндө Салауат башҡорт дәүләт драма театрында матбуғат конференцияһы үтте. Премьераға арналған осрашыуҙың был көнгә тәғәйенләнеүе лә юҡҡа түгел ине. Мәҙәниәт усағында көтөлгән премьера ла тап мөхәббәт темаһына арналған.
27 февралдә ҡалабыҙ театры салауаттар хөкөмөнә драматург Илгиз Зәйниевтың пьесаһы буйынса «Люстра» лирик комедияһын сығара. Спектаклде Ҡаҙағстан режиссеры Айдын Салбанов ҡуя. Көнсығыш-Ҡаҙағстан өлкә Йәштәр театрының художество етәксеһе былтыр Өфөлә үткән режиссерҙар лабораторияһында еңеүсе булып таныла һәм ҡағиҙә буйынса, ул республика театрҙарының береһендә спектакль ҡуйыу хоҡуғы ала. Йәш режиссер беҙҙең ҡала театрын һайлай.
- Мине мөхәббәт темаһы уйландыра. Сөнки был донъяла бөтә нәмәнең нигеҙендә ошо хис-тойғо ята: Тыуған илгә, ата-әсәгә, ҡыҙ-улдарға, һөнәргә. Был спектаклдә беҙ команда менән тамашасыларға бөтә донъя менән мөхәббәт идара итә тигән фекерҙе еткерергә тырышасаҡбыҙ, - ти Айдын Салбанов.
Ҡырҡ йәшлек, бер эше лә уңмай торған, юлсы Марс менән бер тапҡыр ҙа кейәүгә сыҡмаған, ҡыҙыҡ Эльфа исемле китапханасы араһында мөхәббәт була аламы? Бәлки мөмкиндер ҙә, тик Марс яңы ғына күскән фатирҙа люстра селпәрәмә килеп төшә. Ул ярһып өҫтәге фатирға менә, ишектәге ҡыңғырауға баҫа һәм уны ишек артында нимә көтөүен бөтөнләй белмәй... Пьесала 6 персонаж билдәләнгән, ә режиссер үҙенең идеяһы буйынса 18 артисты ҡатнаштыра. Ни өсөн улай, спектаклдең сюжеты ниндәй - ҡуйыусылар ҙа, актерҙар ҙа быларҙы әлегә тамашасылар өсөн сер итеп ҡалдыра.
Айдын Салбанов беҙҙең ҡала театры коллективы менән эшләүҙән бик ҡәнәғәт.
- Милләтебеҙгә, дәүләтебеҙгә ҡарамай, беҙҙе сәнғәт берләштерә. Артистар бик талантлы, үҙенең эшен яратып башҡаралар, шуға улар менән эшләүе лә оҡшай, - ти ҡаҙаҡ режиссеры.
Беҙҙең актерҙарға ла сит ил режиссеры менән эшләүе мауыҡтырғыс булған.
- Пьеса менән танышҡас уны һин бер төрлө күҙ алдына килтерәһең, ә режиссер уны бөтөнләй икенсе төрлө итеп сәхнәгә сығара. Яңы режиссер менән эшләүҙең бөтә ҡыҙығы шунда, - ти «Люстра» спектаклендә роль башҡарыусы һәм пьесаға йырҙар яҙыусы Рафаэль Ғәйнуллин.
БР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлсәсәк Шәрипова төп героиняның әсәһе ролен башҡара һәм уны үҙенең театр яҙмышында ҙур бүләк тип иҫәпләй.
Салауат театрының 85-се юбилейлы миҙгеленә ҙур пландар ҡоролған.
- Юбилей сараларын беҙ һәр ваҡыт театр барлыҡҡа килгән ерҙән – Толбазынан башлайбыҙ, - ти ижади коллектив менән идара итеүсе Рөстәм Фазылов. - Беҙ унда «Эх, Өфө ҡыҙҙары»н күрһәттек, тамашасылар бик йылы ҡабул итте.
Бынан тыш, әлбиттә, бик күп гастролдәр көтә быйыл Салауат театрын. Майҙа коллектив «Көтөлмәгән ҡунаҡ» спектакле менән Төркиәгә халыҡ-ара фестивалгә юлланасаҡ. Шуға күрә юбилейлы миҙгелде ябыу тантаналары ноябрь айына күсерелә.
Беҙҙең ҡаланың мәҙәниәт усағы быйыл да «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проектына ингән һәм уның буйынса ҡоролмалар алыуға, яңы спектаклдәр ҡуйыуға аҡса бүлеү ҡаралған. Рөстәм Рамазан улы әйтеүенсә, дүртенсе кварталда салауаттарҙы тағы бер премьера көтә. Былтыр актерҙар Рафаэль Ғәйнуллин менән Радик Ғәлиуллин РФ театр эшмәкәрҙәре берләшмәһенән балалар спектаклдәрен ҡуйыуға стипендия алған һәм улар ҙа яңы тамашалар әҙерләй.