Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Февраль 2018, 12:39

Булған бәхет үҙем менән

“Йәне теләгән - йылан ите ашаған”, тиҙәр алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешкән кеше тураһында. Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы Венера Хәсәнованы ла шундайҙар рәтенә индерергә мөмкиндер. Артист булыу теләге ҡыҙҙа бәләкәйҙән йәшәй, әммә ул был турала бер кемгә лә һөйләмәй, өндәшмәй, күңеленең бер мөйөшөнә генә һалып ҡуя. Шулай ҙа, мәктәптә уҡыған саҡтарында уҡ төрлө кисә-концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Венера - йондоҙ исеме. Исеме есеменә тап килгән кеүек, актрисаға сағыу йондоҙ булып балҡырға насип була. Ошо көндәрҙә ул 70 йәшлек олуғ юбилейын билдәләне.

“Йәне теләгән - йылан ите ашаған”, тиҙәр алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешкән кеше тураһында. Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы Венера Хәсәнованы ла шундайҙар рәтенә индерергә мөмкиндер. Артист булыу теләге ҡыҙҙа бәләкәйҙән йәшәй, әммә ул был турала бер кемгә лә һөйләмәй, өндәшмәй, күңеленең бер мөйөшөнә генә һалып ҡуя. Шулай ҙа, мәктәптә уҡыған саҡтарында уҡ төрлө кисә-концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Венера - йондоҙ исеме. Исеме есеменә тап килгән кеүек, актрисаға сағыу йондоҙ булып балҡырға насип була. Ошо көндәрҙә ул 70 йәшлек олуғ юбилейын билдәләне.

Венера Ғиниәт ҡыҙы башта Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлай. Ҡулына диплом алып, тыуған ауылына поезда ҡайтып барған еренән, юғары белем алырға юлланған курсташтары менән бергә Өфөлә төшә лә ҡала. Артабан да белем алыу теләге көслө булғандыр, ахырыһы. 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр сәнғәте факультетын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Салауат башҡорт дәүләт драма театрына ебәрелә. Шул ваҡыттан алып бөтә ғүмерен ошо театрға бағышлай.

- Миңә Салауат театрының абруйы үтә лә ҙур булған ваҡыттарҙа эшләргә насип булды. Гастролдәр менән төрлө яҡтарға йөрөйбөҙ. Иҫемдә, бер мәл Ҡазанға юлландыҡ. Халыҡ шығырым тулы, буш билеттар юҡмы, тип үтенеп һорайҙар. Театрҙы көтөп алырҙар, әртистәрҙе ихласлап ҡунаҡ итерҙәр ине, - тип хәтирәләргә бирелде Венера апай.

Труппаға лирик пландағы актриса булараҡ инһә лә, актерлыҡ диапазоны күпкә киңерәк, шуға ла, ул бер ауырлыҡһыҙ төрлө ролдәрҙе башҡара башлай. “Балаһын юғалтҡан болан балаһы”нда Мәстүрә, Ф.Бүләковтың “Әбей-ҙәргә ни етмәй?” спектаклендәге Фатима ролдәре әле булһа тамашасы хәтерендә. Иң мөһи-ме, Венера ханым сәхнәгә сығарған образдар яһалма түгел, ә ихлас, сөнки ул йөрәктең иң нескә ҡылдарын тирбәлтерлек итеп уйнай белә. Образдарына һалған йәнлелек, ҡатын-ҡыҙ аҡылы, күңел йылыһы тормошта һәр кемгә яҡын һәм ауаздаш. Театр һөйөүселәр актрисаны һәр саҡ көслө алҡыштары менән ҡаршылай.

Актриса өсөн насар һәм яҡ-шы, уңышлы һәм уңышһыҙ рол-дәр юҡ. Уларҙы берҙәй ҡабул итә, образдарының яҙмышын, характерын үҙенекеләй күрә.

- Бирелгән ролдәрҙең бары-һын да бөтә күңелеңде һалып башҡарырға тейешһең. Сәхнәлә йөҙөп, рәхәтләнеп уйнағанда-рымды оноторлоҡ түгел. Уларҙың береһе - Әхтәм Әбүшахманов ҡуйған Илшат Йомағоловтың “Нәркәс” трагедияһындағы Зөмрәт. Был ролде ышанып тапшырғаны өсөн Әхтәм Әхәт улына рәхмәтлемен. Тормош тарафынан иҙелеп бөткән Зөмрәттең эсендә ни тиклем тәрән фекер, аҡыл, бер кем дә һындыра алмаған нур, рух ята. Шуға ла уны ғүмер буйына физик яҡтан юҡҡа сығарырға тырышалар, ләкин һындыра алмайҙар, - тип һүҙен дауам итте Венера Хәсәнова.

Хоҙай тарафынан бирелгән таланты, һәләте, тырышлығы ҡыҙыҡлы, шул ваҡытта психологик яҡтан ҡабул итеүгә ҡатмарлы булған ролдәрҙе тыуҙырырға ярҙам итә. Шундайҙарҙың береһе - «Кавардак Forever!!!»ҙағы Әбей роле. Шулай уҡ Ә. Атнабаевтың “Ул ҡайтты” пьесаһы буйын-са ҡуйылған спектаклендәге Шәмсинур, “Ете ҡыҙ”ҙағы Ҡатын ролдәре актрисаны бөтә яҡлап асҡандыр.

Венера апай тамашасыны үҙенә ғашиҡ иткән актриса ғына түгел, ә матур тауышлы йырсы, шиғыр һөйләү оҫтаһы ла. Бер мәл китапханала уҙған кисәлә уның Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын һөйләгәнен ишетергә тура килгәйне. Уны мин генә түгел, йыйылыусыларҙың барыһы ла тын да алмай тыңланы. Был һәләте уға республикала үткәрелгән “Йөрәк һүҙе” конкурсында ҡатнашырға мөмкинлек биргәндер.

Венера Ғиниәт ҡыҙы - спорт мастерлығына кандидат та. Студент йылдарында уҡ спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Һәйбәт физик әҙерлеге уға көс, һығыл-малыҡ талап иткән ролдәрҙе башҡарырға мөмкинлек бирә.

Спорт менән бер рәттән, йога менән дә шөғөлләнгән, һыу менән дә ҡойоноп сыныҡҡан. Сәләмәтлеккә файҙаһын ныҡ һиҙгән. Әммә Венера апай әйтеүенсә, быларҙың барыһы ла ваҡытлыса ғына икән.

- Оҙаҡ күңелемдең ни теләгәнен аңлай алманым. Йә бер, йә икенсе шөғөл менән мауығып ҡарайым. Дөрөҫ, уларҙы мин ихлас ҡабул итәм, файҙаһы ла бар кеүек. Әммә, ваҡыт үтеү менән, күңел башҡа нимәне талап итә башлай. Ниһайәт, таптым мин уны - дин юлына баҫтым. Шул мәлдән донъяға икенсе күҙлектән ҡарай башланым. Эле-герәк тормошта көрәшеп йәшәргә кәрәк тип уйла-һам, дингә килгәс, Аллаға тапшырырға ла, тормошҡа ышанырға кәрәк булыуын яҡшы аңланым. Бындай аҡыллы ҡараш йылдар үтеү менән килә. Ҡөрьән, биш тапҡыр намаҙ уҡыуым йән тыныслығы бирә. Алдағы көндәрҙә лә Аллаһы Тәғәлә иман юлынан яҙҙырмаһын ине. Рәсәй Ислам университетын тамамлап, ҡу-лыма диплом алдым. Ошоноң менән бик бәхетлемен. Элек ниндәйҙер проблемалар, ҡы-йынлыҡтар килеп тыуһа, нимә эшләргә аптырап ҡала инем. Хәҙер һынауҙарҙың да Аллаһы Тәғәлә тарафынан ебәрелгән икәнлегенә төшөндөм, уларҙы нисек бар, шулай ҡабул итергә, сабыр, түҙем үткәрергә өйрәнәм, - ти актриса.

Венера Ғиниәт ҡыҙының күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте етәкселек тарафынан да билдә-ләнмәй ҡалмай. Н. Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә” драмаһын-дағы Миләүшә образы өсөн 1989 йылда Бәҙәр Йосопова исемендәге театр эшмәкәрҙәре союзы премияһына лайыҡ була. 1993 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы” исеме бирелә. 2004 йылда Рәсәй Федера-цияһы Мәҙәниәт министрлы-ғының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. 2005 йылда “Башҡортостан Республика-һының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 64-се театр миҙгелендә Венера Хәсәнова “Иң яҡшы актриса” тип таныла.

2013 йылда ҡалабыҙҙың талантлы егете Рауил Хәкимов-тан “Ғәлиәбаныу” фильмында төшөргә саҡырыу ала Венера ха-ным. Ундағы Бәдиғә ролен иҫ кит-кес оҫталыҡ менән башҡара ул.

- Был тәҡдимде шатланып ҡабул иттем. Шул тиклем илһамланып, дәртләнеп эшлә-нек. Рауил - театрҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан өлкән апай-ағайҙары өсөн ысын дуҫ та, терәк тә. Ошондай өмөтлө йәштәребеҙ күберәк булһын ине, - ти Венера апай.

Тормош иптәше Марат Абдрахман улы менән дә ошо театр таныштыра. Бына ҡырҡ йылдан ашыу инде бергә татыу ғүмер кисерәләр. Әлеге көндә улдары Радмир өсөн улар терәк-таяныс. Венера апайҙың улы ла әсәһе юлынан китә. Тәүҙә Салауатта музыка мәктәбе һәм училищеһын, һуңынан Растроповичтар исемендәге Ырымбур дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Һуңғы курста уҡығанда Һамар балет һәм опера театры менән килешеү төҙөй, шунда өс йыл эшләй. Һуңынан Мәскәүгә күсә.

- Булған бәхет үҙем менән. Хоҙай Тәғәлә яратҡан эш бирҙе, янымда һәр ваҡыт аңлап, яҡлап торған тормош иптәшем, ғәзиз балам бар. Шуға шөкөр итеп йәшәйем, - ти сәхнә ветераны.


Читайте нас: