“Cалауат мираҫы” конкурс-фестивале ҡалабыҙҙа бынан дүрт йыл элек уҙғарыла башлай. Киң юҫыҡта йәш таланттарҙы асыҡлау менән бер рәттән, уларҙы юғарыраҡ ижади бәйгеләргә дәртләндереү, ижади тәжрибә менән уртаҡлашыу майҙансығы ул. Ойошторола башлауына күп ваҡыт үтмәһә лә, ул ҡалабыҙ сиктәренән сығып, төбәк сараһына әйләнде.
Быйылғы “Салауат мираҫы” фестивале республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына һәм ҡалабыҙҙың 70 йыллыҡ юбилейына арналды. Конкурс үҙенең ижад даирәһе менән дә, географияһы менән дә йылдан-йыл киңәйә бара. Ул кешеләргә төрлө яҡлап үҙҙәренең һәләттәре менән таныштырыуға мөмкинлек бирә. Рух, илһам байрамы 5 йәштән алып 40-ҡа тиклемге йыр, бейеү, инструментта уйнау, һүрәт төшөрөү, графика, үҙенсәлекле жанр йүнәлештәре буйынса талант эйәләрен берләштерә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 2018 йылғы ижад бәйгеһенә 350 ғариза бирелгән, бер меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙы ҡалабыҙҙың сәнғәт оҫталарынан тыш, республиканың абруйлы кешеләре - билдәле композитор Нур Дауытов һәм арҙаҡлы бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева баһаланы.
“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә конкурсҡа йомғаҡ яһап еңеүселәрҙе ҡотлау, улар араһынан иң сағыу номерҙарҙы сәхнәгә сығарыусы Гала-концерт үтте.
- Салауат таланттарға бай ҡала. Быйыл фестивалдә Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарынан да ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп булды. Киләсәктә уның республика кимәленә сығырына ла ышаныс бар. Конкурс барыһына ла ҡанаттар ҡуйып, артабан да ижад яғынан үҫеүҙәренә булышлыҡ итһен, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина.