газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Февраль 2018, 11:04

Салауаттар ҙурлай халыҡ улдарын

Салауат халҡы үҙ улдарын ҙурлай, хөрмәтләй белә. Әле күптән түгел генә ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейында билдәле яҙыусы, драматург Мөхтәр Сабитовтың “Төнгө шәүләләр” китабына арналған әҙәби уҡыуҙар ойошторолдо. Күркәм сараға студенттар, Мөхтәр Абдрахман улының ижадын һөйөүселәр саҡырылды. Улар бына инде утыҙ йылдан ашыу уҡыусыларын үҙенең хикәйәләре, повестары, романдары, сәхнә әҫәрҙәре менән ҡыуандырған яҡташыбыҙҙың ижадына ентекле байҡау яһаны. Мөхтәр Сабитов әҙип кенә түгел, ә донъяла, көндәлек тормошобоҙҙа барған ваҡиғаларға үҙ ҡарашы, позицияһы булған актив йәмәғәт эшмәкәре лә. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар уны ошо йәһәттән дә аса алды.

Салауат халҡы үҙ улдарын ҙурлай, хөрмәтләй белә. Әле күптән түгел генә ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү музейында билдәле яҙыусы, драматург Мөхтәр Сабитовтың “Төнгө шәүләләр” китабына арналған әҙәби уҡыуҙар ойошторолдо. Күркәм сараға студенттар, Мөхтәр Абдрахман улының ижадын һөйөүселәр саҡырылды. Улар бына инде утыҙ йылдан ашыу уҡыусыларын үҙенең хикәйәләре, повестары, романдары, сәхнә әҫәрҙәре менән ҡыуандырған яҡташыбыҙҙың ижадына ентекле байҡау яһаны. Мөхтәр Сабитов әҙип кенә түгел, ә донъяла, көндәлек тормошобоҙҙа барған ваҡиғаларға үҙ ҡарашы, позицияһы булған актив йәмәғәт эшмәкәре лә. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар уны ошо йәһәттән дә аса алды.

Ҡунаҡтарҙы китапхана эргә-һендә эшләп килгән “Көмөш тәңкә” эстрада-фольклор коллек-тивы матур концерт программаһы менән ҡыуандырҙы.

Осрашыу һуңында әҙип сарала ҡатнашыусыларға үҙенең йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

Йәнә ике-өс көндән тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә уҙҙы. Кисә генә түгел, ә күңелдәргә моң булып уйылып кергән йылы осрашыу ул. Сөнки ул шағирҙың үҙе менән яҡындан таныш булғандарҙың иҫтәлектәренә, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарға бай булды. Иң мөһиме, йәштәрҙең күп булыуы шатландырҙы.

Сараны Нәсимә Кулябина менән Миңнур Ғәбитова алып барҙы.

Назар Нәжми әҙәбиәткә һуңлап килә. Үҙенең дә “Беҙ бит әҙәбиәткә бик оҙаҡ килдек. Беҙгә ялт итеп ҡабынырға һәм ялт итеп янып торорға мөмкин булманы”, тигән юлдары бар. Шағир Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа алына, Берлинға тиклем барып етә. Унан иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, һуңынан илле йыл ғүмерен ижадҡа бағышлай. Һуғыштың тәүге мәлдәрендә ижад итергә мөмкинлек булмай. Ә бына 1943 йылда, окоптарҙа ут-ғәрәсәт туҡтаған ваҡыттарҙа, күңелендәге тулған хис-тойғоларын ҡағыҙ битенә төшөрә башлай. Әлбиттә, был әҫәрҙәрҙә Еңеүгә ышаныс, һалдаттарҙың Тыуған иленә еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙары тураһында була. Шиғырҙарында шулай уҡ тыуған еренә, Ватанына дан йырлай. Шағир драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләй. “Яҙғы йыр”, “Хуш, Хәйрүш!”, “Саҡырылмаған ҡунаҡ”, “Гармунсы дуҫ” кеүек әҫәрҙәре тамашасыға яҡшы таныш.

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар, индуст-риаль колледждарынан килгән бер төркөм студенттар әҙиптең шиғырҙарын уҡыны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙы. “Көмөш тәңкә” коллек-тивының дәртле йыр-бейеүҙәре сараға тағы ла йәм өҫтәне.

Назар Нәжмиҙең ижады күп яҡлы. Ул, өҫтәүенә, йырсы-шағир ҙа. Замандаштарының хәтерләүенсә, үҙе тураһында: “Шағир булмаһам, мин, моғайын, йырсы булыр инем, йырсы итерҙәр ине”, тигән.

Алтмышынсы йылдарҙа шағир Салауат ҡалаһында була, үҫеп килгән ҡаланың йәштәре менән осраша. Күңелендә “Хуш, Салауат!” шиғыры тыуа.

Хуш, Салауат, бул сәләмәт.

Мин ҡайтып китәм инде.

Йәшел урамдарың буйлап

Һуңғы кис үтәм инде.

Был шиғырҙы Наилә Биктимирова бик матур, йәнле итеп башҡарҙы.

Шағир менән тере аралашыу мөмкинлеге булғандарҙың хә-тирәләрен тыңлау айырыуса ҡыҙыҡлы ине.

- Миңә лә Назар ағайҙың үҙен күрергә, тере тауышын ишетергә насип булды. Ишембай интернатында уҡығанда беҙгә Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Сафуан Әлибай кеүек бөйөк шағирҙар йыш килә ине. Уларҙың йыр-шиғырҙарын тыңлап, илһам алып үҫтек. Назар ағайҙың шиғырҙары күңелде биҙәй, йөрәккә йыр, моң булып инә, - тип үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашты Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сибәғәт Рахманғолов.

Йыйылыусыларға ул Назар Нәжми һүҙҙәренә Рим Хәсә-нов ижад иткән йыр ҙа бүләк итте. Сибәғәт Ғибәт улы Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараны ойоштороусыларға йылы һүҙҙәр еткерҙе һәм уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

“Ағинәйҙәр” клубы рәйесе Рәшиҙә Буранғоловаға ла шағирҙың үҙе менән осрашыу бәхете тейгән.

- Миңә Назар Нәжмиҙе ике тапҡыр күрергә тура килде. Ул шул тиклем ябай, ихлас булды. Шағир моңло тауышлы ине, тигән һүҙҙәр ҙә бик дөрөҫ. Тартынып тормайынса, беҙҙең кеүек йәш-елкенсәк менән бергә кинәнеп йырлап ултырыуы ла әҙиптең ябайлығы, халыҡсанлығы ха-ҡында һөйләй. Бөйөклөгө уның ана шул ябайлығында булғандыр, моғайын. Үҙ ғүмеремдә ошондай арҙаҡлы шәхестәр менән күре-шеүемә бик шатмын, - тине ул.

Саранан йыйылыусылар йылы тәьҫораттар, тойғолар менән таралышты.
Читайте нас: