газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Февраль 2018, 13:37

70 йәшкә - 70 картина

Сәнғәт өлкәһендә әллә ни талантым булмаһа ла, рәссамдарҙың буяу, акварель менән ижад иткәндәрен төҫмөрләйем. Ә бына нефть менән һүрәт төшөргәндәрен ишеткәнем булманы. Шуға ла тыуған яҡты өйрәнеү музейында ошондай күргәҙмә асылған тигәс, кисекмәҫтән шунда юлландым.

Сәнғәт өлкәһендә әллә ни талантым булмаһа ла, рәссамдарҙың буяу, акварель менән ижад иткәндәрен төҫмөрләйем. Ә бына нефть менән һүрәт төшөргәндәрен ишеткәнем булманы. Шуға ла тыуған яҡты өйрәнеү музейында ошондай күргәҙмә асылған тигәс, кисекмәҫтән шунда юлландым.

Александр Кокорин - Удмурт Республикаһы Ижевск ҡалаһының профессиональ рәссамы, Удмуртияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара һынлы сәнғәт ассоциацияһы ағзаһы. Нефть - сәнғәт донъяһында бик үк билдәле булмаған ҡатмарлы материал. Бындай эшкә нисек тотоноп китеүен белеү маҡсатында рәссамдың үҙенә мөрәжәғәт итәм.

- Нефтселәр Удмуртияның тәүге Пре-зидентының тыуған көнөнә нефть менән портретын эшләүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Тәүге ҡоймағым шул булды. Шөкөр, төйөрө табылманы, заказсыларға бик оҡшаны. Бына биш йыл инде ошо йүнәлештә эшләү менән мәшғүлмен. Интернет кеше алдында бик күп мөмкинлектәр аса. Музей хеҙмәткәрҙәре мине лә шул арҡылы эҙләп тапты, һөйләшеп, теләктәрен еткерҙеләр, ә мин уны үтәнем. Бөгөн һеҙҙең ҡаланың 70 йыллыҡ юбилейына 70 картина һәм Башҡортостандың 100 йыллығына ижад иткән эштәремде алып килдем бүләккә, - ти рәссам.

Нефть менән картина яҙыу теүәллек талап итә, ул төҙәтеүҙе үҙһенмәй. Сөнки буяуҙы һыу менән йыуып, һүрәтте төҙәтеп булһа, нефть менән эшләү күпкә ҡатмарлы. Яҙаһың икән - бөттө.

- Башҡортостандың тәбиғәте бик матур, ландшафты һоҡландыр-ғыс. Мөһабәт тауҙары, урман-дары ғына ни тора! Быларҙың барыһы ла мине илһамланып ижад итергә, яңынан-яңы әҫәрҙәр тыуҙырыуға этәрә. Бөгөн ҡала буйлап йөрөп килдем. Салауат бик матур икән. Өйрәнелгәнгәме икән, ғәҙәттә, үҙеңдең тыуған яғыңдың матурлығын әллә ни күреп бармайһың. Бына ситкә сыҡһаң, иңгә илһам ҡанаттары ҡуна. Бөтөнләй икенсе күҙлектән яҙа башлайһың, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша сәйәхәтсе Александр Кокорин.

Рәссамдың картиналарында төрлө образдар һүрәтләнгән. Иҫке ҡала йорттары, Ленин исемендәге үҙәк майҙан, парк, пляж, «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы һәм башҡа иҫтәлекле урындар, ҡаланың заманса йөҙө лә сағылдырылған.

Сараға сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, өлкәндәр һәм йәштәр ҙә күп килгәйне. Үҙенсәлекле юл менән төшөрөлгән кар-тиналар уларҙың һәр ҡайһыһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ижад берләштер-гәс, балалар рәссамға бихисап һорау-ҙар бирҙе. Нефтте ҡайҙан алаһығыҙ, уны нимә менән шыйыҡлатаһығыҙ, картиналар күпме кибә, нисек һаҡлана, тигән һорауҙар яуҙы. Ә өлкән остаздары уларға тулы, ентекле яуап бирҙе.

Музей экскурсоводы Валентина Бохарина йыйылыусыларға ҡала тари-хына, комбинаттың төҙөлөү дәүеренә мауыҡтырғыс сәйәхәт ойошторҙо. Салауат ҡалаһының бүләккә нефть менән яҙылған картиналар ҡабул итеүе юҡҡа түгел, сөнки тап ошонда башҡорт нефте урғылып сыҡҡан.

Күргәҙмәне ойоштороусыларға һәм рәссамдың үҙенә ҡала хакимиәтенең һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ҡунаҡтар уларҙы ихлас ҡабул итте. Теләге булған һәр кем күргәҙмә менән таныша ала. Ул 2 мартҡа тиклем эшләй.
Читайте нас: