газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль 2018, 15:51

Йөрәгем түрендәһең һин!

Ҡаланың матур юбилейы яҡынлашып килә. Һәр кем уға дан йырларға, маҡтау һүҙҙәре әйтеп ҡалырға тырыша. Ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ла «Салауатым - йөрәгем түрендәһең һин!» тип исемләнгән ижади конкурс иғлан итә. Унда өлкәндәр, уҡыусылар һәм студенттар, хатта кескәй балалар ҙа ҡатнаша ала.

Ҡаланың матур юбилейы яҡынлашып килә. Һәр кем уға дан йырларға, маҡтау һүҙҙәре әйтеп ҡалырға тырыша. Ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ла «Салауатым - йөрәгем түрендәһең һин!» тип исемләнгән ижади конкурс иғлан итә. Унда өлкәндәр, уҡыусылар һәм студенттар, хатта кескәй балалар ҙа ҡатнаша ала.

Ижади бәйге түбәндәге номина-циялар буйынса үткәрелә:

1. «Беҙгә ҡала йылмая» (ҡала кешеләренең фотопортреттары, иҫке ҡаланың, урамдарҙың, иҫтәлекле урындарҙың фотоһүрәттәре). Эштәр өсәүҙән ашырға тейеш түгел.

2. «Ҡәләмде һынап ҡарау: әҫәрҙе тасуири башҡарыу» (яратҡан ҡала тураһында шиғырҙар, очерктар, эссе). Үҙең ижад иткән әҫәр ике биттән артмаҫҡа тейеш. Жанр ирекле.

3. «Яратҡан ҡалам» (Башҡор-тостан, Салауат яҙыусыларының ҡала тураһындағы әҫәрҙәрен тасуири башҡарыу).

4. «Мин йәшәгән ҡала» видео-роликтары (3 минутҡа тиклемге видеороликтар, интервью, видео-клиптар, йәнһүрәттәр). Эштәрҙе флэш-карталарҙа килтерергә.

Һәр номинация буйынса конкурс айырым уҙғарыла. Ғаризалар 1 февралдән 20 мартҡа тиклем ҡала үҙәк китапханаһында ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 35-28-43, 35-39-96, 35-39-97. Электрон адрес: [email protected].

28 мартта «Беҙгә ҡала йылмая» һәм «Мин йәшәгән ҡалам» номина-цияларында ҡатнашыусылар үҙ эштәрен күрһәтә. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

29 мартта «Ҡәләмде һынап ҡарау: әҫәрҙе тасуири башҡарыу» һәм «Яратҡан ҡалам» номинациялары буйынса сығыш яһаясаҡтар. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 30 мартта уҙа. Еңеүселәргә һәм призерҙарға дипломдар, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.

Ҡәләмдәрегеҙҙе тирбәтегеҙ, ижадығыҙҙы, һәләтегеҙҙе уятығыҙ!
Читайте нас: