Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә октябрь айында ғәҙәттә “Аҡ торналар” әҙәби байрамы ойошторола. Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың «Торналар» тип аталған билдәле шиғыры нигеҙ һалған поэтик сара яу ҡырҙарында ятып ҡалған һалдаттар иҫтәлегенә бағышлана. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошо темаға арнап республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы үтте. Унда Салауат ҡалаһы исеменән беҙҙең гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш булған Флүрә Хәзиева ҡатнашты.
- Конкурсҡа барып, 247-се булып теркәлгәс, әллә ниндәй урын алырыма өмөт тә итмәнем. Барлығы 300-ҙән ашыу кеше килгән тинеләр. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренән алып, ололарға тиклемгеләр үҙҙәренең һәләтен күрһәтергә йыйылғайны. Мин Фәрит Зариповтың “Онотмағыҙ”, “Һәйкәлдәргә башың эймәй уҙма”, “Еңеү көнөнә” тигән шиғырҙарын һөйләнем. Уларҙы кешеләрҙең иң нескә күңел ҡылдарына тиклем еткереү өсөн бөтә тасуири һөйләү оҫталығымды һалдым. Минең сығышыма ҡарата шунда уҡ фекерҙәрен әйтеүселәр булды. Әммә конкурсҡа йомғаҡ йыл аҙағында яһаласаҡ, тип ҡайтарҙылар, - тип һөйләй Флүрә Әсфәндийәр ҡыҙы.
Яңыраҡ беҙҙең ҡаланың нәфис һүҙ сәнғәте оҫтаһын “Аҡ торналар байрамы” республика шиғыр һөйләүселәр конкурсының I дәрәжә лауреаты дипломы һәм “Намыҫ һәм абруй” номинацияһы менән бүләкләйҙәр.
Флүрә Хәзиева шиғриәткә бала саҡтан ғашиҡ.
- Туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү уятыусы уҡытыусыларым Булат Рафиҡов, Ғәбит Ғүмәровты оло хөрмәт менән иҫкә алам һәм улар минең һәр сығыш яһағанда күҙ алдымда торғандай. 2000 йылдарҙа сәхнәгә сыға башлағандан алып бөгөнгә тиклем 958 шиғырҙы ятлағанмын, - ти ижадҡа ғашиҡ ханым.
Ул тик ултыра торғандарҙан түгел, сәнғәт донъяһында ҡайнап йәшәй. “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең “Дуҫлыҡ” халыҡ ансамблендә, “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһында алып барыусы, йырлап-бейеп, тамашалар ҡуйыусы, “Сатҡылар” әҙәби берекмәһенең актив ағзаһы булып тора. Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыуы бихисап дипломдар, рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. 2014 йылда “Диләфрүз” журналы “Туй күлдәге - ғүмерлек” конкурсында еңеүсе исемен алған.
- Телем минең мах бирмәй,
Дипломын алып ҡайттым, - тип ҡыуанысын йәшермәй Флүрә Хәзиева. Уның еңеү шатлығы менән беҙ ҙә бүлешәбеҙ һәм ҡала данын күтәрер-ҙәй ижад кешеләренең булыуына ғорурланабыҙ.