Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ғинуар 2018, 11:47

Театрға хөрмәт йөҙөнән

Билдәле булыуынса, быйыл бай тарихлы Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 85 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. Иғтибар итһәгеҙ, беҙҙең баҫма биттәрендә был турала йыш һөйләнелә. Шул уңайҙан редакция гәзит уҡыусылар араһында конкурс иғлан итергә булды.

Салауатта ҡәләм тирбәлтеүселәр бихисап, ошо юҫыҡта эшләгән түңәрәктәр ҙә бар. Конкурсҡа шиғыр яҙыу һәләте бирелгән ололар һәм балалар театрға бағышланған ижад емештәрен тәҡдим итә ала. Эштәр 1 февралдән 1 майға тиклем ҡабул ителә. Шиғырҙарығыҙҙы гәзиттең электрон адресына ебәрһәгеҙ ҙә була, шулай уҡ редакцияға ла килтерергә мөмкин. Еңеүселәр театрҙың юбилей кисәһендә иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк. Һеҙҙән матур, эстәлекле, мәғәнәле, ғорурланырҙай әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ. Талантығыҙҙы күңел төбөнә йәшереп һалып ҡуймағыҙ, яҙышығыҙ, ҡәләмдәрегеҙҙе тирбәлтегеҙ. Театрға булған ихтирамығыҙҙы, һөйөүегеҙҙе белдереү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ.
Читайте нас: