газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Ғинуар 2018, 11:48

Хеҙмәтебеҙ баһалана - шуға шатбыҙ

Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә «Башинформ» агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә тантаналы сара уҙҙы. Йола буйынса 13 ғинуарҙа билдәләнгән байрамға республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар, нәшриәтселәр һәм полиграфистар йыйылды.

- Республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн йыл уңышлы булды. Республиканың төп телеканалы - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мотлаҡ каналға әйләнде һәм уны бөтәһе лә ҡарай ала. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәҙер Волга буйы федераль округында дәүләт интернет-агентлыҡтары араһында аудитория буйынса беренсе урынды биләй, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Сарала Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һорауҙары, Экология йылы, терроризмға ҡаршы проблематика, Башҡортостандың дәүләт һәм республика халыҡтары телдәре үҫе-ше тураһында яҙған журналистар конкурстарына йомғаҡ яһалды. Шатлығыбыҙ менән бүлешәбеҙ - “Салауат” гәзите сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау һәм наркоманияны профи-лактикалау темаларын иң яҡшы яҡтыртыусы булараҡ өсөнсө урын менән билдәләнде.
Читайте нас: