Салауат башҡорт дәүләт драма театрының бөтә ғүмерен уға бағышлаған, заманында театрҙың данын күтәргән ветерандары ла, өмөтлө йәштәре лә бар. Тәүгеләренә килгәндә ундайҙар бихисап бында. 70 йәшлек олпат юбилейын билдәләргә йыйынған Миңдулла Иҙрисов та ошо театрға бирелгән сәхнә ветераны.
Ғафури районы Йөҙимән ауылында тыуып үҫкән егет бәләкәй сағында, күптәр кеүек, уҡытыусы булырға хыяллана. Әммә 11-се класты тамамларға торғанда, Өфөнән килеп, сәнғәт училищеһының театр бүлегенә студенттар йыйыуҙары тураһында хәбәр итәләр. Миңдулла ағай, оҙаҡ уйлап тормай, иптәш егете менән баш ҡалаға юллана. Ҡулда аттестат юҡ, сөнки мәктәптә имтихандар бирелмәгән әле. Ә училищела һынауҙар бара. Документһыҙ булһа ла, индерәләр егеттәрҙе. Иптәшенә уңыш йылмаймай, ә Миңдулла бөтә турҙағы һынауҙарҙы ла яҡшы уҙа, аттестат менән башҡа документтарыңды алып кил, тип оҙатып ҡалалар училищела уны. Бер йыл уҡығандан һуң, армия хеҙмәтенә барып ҡайта. 1972 йылда ҡулына диплом ала. Шул уҡ йылды йүнәлтмә буйынса Салауатҡа эшкә ебәрелә. Миңдулла Иҙрисовҡа талантлы педагогтар, профессор Фәрдүнә Ҡасимова менән РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лек Вәлиевтар илһам ҡанаттары ҡуя. Тап улар йәш актерға үҙҙәренең бөтә оҫталығын, ижади ҡеүәтен түкмәй-сәсмәй бирә. Шуғалыр ҙа, тамашасыларҙы үҙенә йәлеп итерлек үҙенсәлекле тауыш тембрына һәм арбау көсөнә эйә булған Миңдулла ағайға режиссерҙар төрлө пландағы ролдәрҙе ышанып тапшыра.
- Яратмаған ролдә-рем булмағандыр. Мин уларҙы берҙәй ҡабул итәм, тамашасыға образдың характерын дөрөҫ итеп алып барып еткерергә тырышам. Үҙең башҡарған геройҙың тормошо менән йәшәй башлаһаң, уның күнел донъяһын үҙләштерһәң, бөтә булмышың һеңгән был образды яратмау мөмкин түгел. Репертуарымда 100-ҙән ашыу роль иҫәпләнһә лә, тәүгеһен оноторлоҡ түгел. Ул Нәжиб Асанбаевтың «Һыу юлы» спектаклендәге Йософ роле. Үҙем дә ауыл егете булғанға күрәме, шул уҡ мөхиттә тыуып үҫкән был егет образы күңелгә яҡын булды, еңел башҡарылды, - тип хәтирәләргә бирелде актер.
Актер тамашасы һөйөүен тиҙ яулай. Әммә бик һирәктәргә, ысын ижади шәхестәргә генә хас үҙ-үҙеңдән, эшеңдән ҡәнәғәт булмау тойғоһо уны бер туҡтауһыҙ эҙләнергә мәжбүр итә, хатта үҙе лә аңлап етмәгән ниндәйҙер яңы үрҙәргә ынтылырға өндәй. Хәй Вахитовтың “Онота алмаһам, нишләрмен?” мелодрамаһында тамашасы һөйөүен яулаған Заһит, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса ҡуйылған трагедияла Закир роле лә тамашасыларҙы битараф ҡалдырмай. Ул республикала тәүгеләрҙән булып Нәжиб Асанбаевтың «Көҙән башҡорто» трилогияһында Зәки Вәлиди ролен башҡара. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Миңдулла Иҙрисов бик күп сағыу образдар тыуҙырып ҡына ҡалмай, режиссер булараҡ та үҙен һынап ҡарай, урыҫ телендәге пьесаларҙы ла тәржемә итә.
Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ