газета "Салауат"
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2018, 12:45

Изгелеккә өйрәтә, тура юлды күрһәтә

Ваҡытын буштан-бушҡа уҙғарып йөрөгәнсе, һәр ата-әсә балаһының ниндәй ҙә булһа өҫтәмә шөғөл менән мауығыуын теләй. Был йәһәттән ҡалабыҙҙың Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы балаларҙың яратҡан урыны булып тора. Ниндәй генә түңәрәктәр эшләмәй бында: шахмат, бейеү, йыр, аэробика һәм башҡалар. Йыл тамамланырға торғанда ул үҙенең 45 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сараға мәғариф ветерандары, уҡытыусылар, тәрбиәләнеүселәр, ҡунаҡтар саҡы-рылды.

Ваҡытын буштан-бушҡа уҙғарып йөрөгәнсе, һәр ата-әсә балаһының ниндәй ҙә булһа өҫтәмә шөғөл менән мауығыуын теләй. Был йәһәттән ҡалабыҙҙың Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы балаларҙың яратҡан урыны булып тора. Ниндәй генә түңәрәктәр эшләмәй бында: шахмат, бейеү, йыр, аэробика һәм башҡалар. Йыл тамамланырға торғанда ул үҙенең 45 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Сараға мәғариф ветерандары, уҡытыусылар, тәрбиәләнеүселәр, ҡунаҡтар саҡы-рылды.

Тәүгеләрҙән булып һүҙ әлеге ойошманы ҡырҡ йылға яҡын етәкләгән Нелли Петроваға бирелде. Ул тарихҡа бер аҙ байҡау яһаны.

- 1972 йылдың 29 декабрендә ҡалала Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тип аталған мөғжизәле учреждение барлыҡҡа килде. Ҡар күп йыл ине. Ҡаланың күпләгән малай-ҡыҙҙары, мәктәптән һуң, көрттәрҙе йыра-йыра ошо йортҡа ашыҡты. Унда һуңға тиклем тәҙрәләрҙә ут һүнмәй, талантлы педагогтар балалар менән ихлас шөғөлләнә, белемен камиллаштыра. Айырыуса спортзалда иң һуңғыларҙан булып ишек бикләнер ине. Унда үҙ эшенә мөкиббән киткән акробатика буйынса тренер Иван Лебедьков был спорт төрөнөң нескәлектәренә өйрәтте. Иван Александрович ҡалала һәм республикала ғына түгел, ә бөтә Рәсәйгә танылған шәхес. Уның уҡыусылары Л.Непримитова, Н.Кузнецова, М.Кузнецов Ижад һарайында уның юлын дауам итә. «Авиамоделдәр әҙерләү» түңәрәген алып барыусы Сәғиҙулла Хәкимовтың тәрбиәләнеүселәре лә түңәрәктең эшен һыуытмай. Ауыр 90-сы йылдарҙа бөтә өҫтәмә белем биреү учреждениелары, техник йүнәлештәге берләшмәләр емерелеп бөттө тиерлек. Шул саҡта ла Сәғиҙулла Сәмиғулла улы берләшмәне һаҡлап ҡала алды. 1977 йылдан 1983 йылға тиклем беҙҙә тере мөйөш эшләне. Уны Владимир Василенко булдырғайны. Балалар бик теләп йөрөнө, йәш натуралистарҙың эше ҡайнап торҙо. Тере мөйөштә ҡуяндар, өкө, төрлө ҡоштар урын алғайны. Анна Серикова Ижад һарайы асылғандан алып 87-се йылға тиклем ҡурсаҡ театрына етәкселек итте. Бындай миҫалдарҙы һанап сығыу өсөн сәғәттәр ҙә етмәҫ. Хөрмәтле ветерандар, ҡәҙерле Ижад һарайы хеҙмәткәрҙәре! Намыҫлы тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ үҙегеҙҙең тырышлығығыҙ менән балаларҙы донъяны танып белергә өйрәтәһегеҙ, - тине ул үҙ сығышында.

Ысынлап та, был учреждение булдырылғандан алып тулы ҡанлы тормош менән ҡайнап йәшәй. Ул ваҡыттарҙа уҡ республикала дан ҡаҙанып өлгөрә, тәжрибә майҙансығына әйләнә, бында төрлө кимәлдәге семинарҙар уҙғарыла. Әле лә шулай. Ниндәй генә саралар үтмәй: конкурстар, кәңәшмәләр, балалар өсөн байрамдар һәм башҡалар. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн тырыш коллектив яуаплы. Быны Ижад һарайының әлеге директоры, үҙе үк ошонда ҡанат нығытҡан Светлана Свечникова ла дәлилләй.

- 45 йыл... Был әҙме, әллә күпме? Мин быны тап тәжрибә, аҡыл тупланған, яңы идеялар тыуған мәлдер, тип уйлайым. Ошо йылдар эсендә учреждениеның педагогик коллективы бик күптәрҙең әхлаҡи ҡиммәттәрен булдырыуға ҙур өлөш индерҙе, һөнәр һайлауҙа һәм әүҙем тормош позицияһын тәрбиәләүҙә ярҙам итте. Берләшмәләрҙә йыл һайын өс меңгә яҡын бала шөғөлләнә. Талантлы педагогтар уларҙың төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтерә. Ошонда йөрөгән ата-әсәләр хәҙер үҙҙәренең балаларын алып килә. Коллектив тураһында һүҙ йөрөткәндә, кемдәрҙелер айырып әйтеү мөмкин түгел. Уларҙың һәр ҡайһыһы - талантлы, ижад кешеһе. Урынбаҫарҙарыма бик яуаплы эш йөкмәтелгән. Хеҙмәттәре иҫ киткес ауыр. Мария Иванова, Людмила Цыганова, Ольга Туманова һәм башҡалар шулар иҫәбендә. Юбилей көнөндә коллективыма ҙур уңыштар, ҡаҙаныштар, именлек, оптимизм теләйем. Нисәмә йылдар бәхетле бала саҡ символы булып ҡалған Ижад һарайыбыҙ киләсәктә лә сәскә атһын ине, - тигән теләктәрен еткерҙе Светлана Николаевна.

Сара матур уҙҙы. Оҙаҡ ваҡыт күрешмәгән ветерандар бер-береһе менән ихлас аралашты, үткәндәргә ҡайтып, хәтер йомғаҡтарын һүтте. Ижад һарайы коллективы төрлө кимәлдәге грамоталар, иң әүҙем ҡатнашыусы йондоҙсоҡтар һәм уларҙың ата-әсәләре Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Кисәне йәш таланттарҙың сағыу сығыштары биҙәне. Байрам һуңында бөтә коллективтың сәхнәгә күтәрелеп «Бир ҡулыңды, дуҫым!» йырын йырлауы залда ултырыусыларҙы аяғүрә баҫып алҡышларға мәжбүр итте.
Читайте нас: