газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Декабрь 2017, 11:17

Ата-бабам теле - мәңгелек

Хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙҙа төрлө милләт халыҡтары дуҫ, татыу йәшәй. Нисек кенә булмаһын, һәр кемдең теле үҙенә ҡәҙерле. 12 декабрҙә, Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы көнөндә, республикала туған телдәрҙе үҫтереү буйынса “Тел - халыҡ күңеле” тигән сара иғлан ителде. Беҙҙекеләр ҙә ситтә ҡалманы, уға ихлас ҡушылды. Ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында «Ата-бабам теле - мәңгелек» тип аталған кисә ойошторолдо.

Хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙҙа төрлө милләт халыҡтары дуҫ, татыу йәшәй. Нисек кенә булмаһын, һәр кемдең теле үҙенә ҡәҙерле. 12 декабрҙә, Рәсәй Федерацияһының Конституцияһы көнөндә, республикала туған тел-дәрҙе үҫтереү буйынса “Тел - халыҡ күңеле” тигән сара иғлан ителде. Беҙҙе-келәр ҙә ситтә ҡалманы, уға ихлас ҡушылды. Ҡаланың тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында «Ата-бабам теле - мәңгелек» тип аталған кисә ойошторолдо.

Дуҫлыҡ байрамын хәтерләткән сара ике телдә алып барылды. Башҡорт, рус, татар телдәре вәкилдәре береһенән-береһе сағыу милли кейемдәр кейеп, үҙ милләтенең тарихы, матурлығы, сафлығы тураһында һөйләне. Китапхана мөдире Гөлнара Хәйбуллина башҡорт халҡы тураһында мәғлүмәт еткерҙе, уның тарихына күҙ һалды, бөйөклөгөн, йомшаҡлығын билдәләне.

- Башҡорттар - бик уникаль халыҡ. Тарихыбыҙ бик тәрән, телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, дәүләт теленең дәрәжәһен тағы ла юғарыраҡ күтәреү - изге бурысыбыҙ. Башҡорт теленең нәфислеген, гүзәллеген нисек бар, шул килеш киләһе быуынға еткерергә тейешбеҙ, - тине ул үҙ сығышында.

Китапханала эшләп килгән «Осра-шыу» шиғриәт клубы ағзаһы Любовь Будаева рус теленең килеп сығышы тураһында бәйән итте. Ә Гөлгөнә Абдрафиҡова татар милләте тураһында ихлас һөйләне. Уның: «Иҫһә елдәр, өрһә бүре, берҙәмлеккә ынтылабыҙ. Матур ғаилә булып йәшәйек, беҙ, татарҙар - булдырабыҙ» тигән шиғыр юлдарынан да күп нәмәне аңларға була ине.

Китапханала уңышлы эшләп килгән «Көмөш тәңкә» әҙәби-фольклор түңәрәгенең йыр-бейеүҙәре, рус телендә яңғыраған дуэттар сараға тағы ла йәм өҫтәне. Киләсәк - йәштәр ҡулында, тип әйтергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Кисәне ойоштороусылар ҙа, киләсәк быуын телен һаҡлаһын, ҡурсалаһын, уны үҫтерһен өсөн 25-се башҡорт гимназияһынан уҡыусыларҙы саҡырғайны. Улар ал-дында танылған яҙыусы, РФ һәм БР Журналистар, РФ һәм БР Яҙыусылар союздары ағзаһы Мөхтәр Сабитов сығыш яһап, лайыҡлы белем алып, киләсәктә илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн хеҙмәт итеүҙәрен теләне. Шуныһы ҡыуаныслы, сарала тик үҙенең телен генә маҡтап, һауаға сөймәнеләр, ә башҡа телдәргә ҡарата ла ихтирам белдерҙеләр. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһының билдәле яҙыусыһы Николай Краснощековтың «Башкирский язык» тигән шиғырын Любовь Никитина шул тиклем тасуири итеп, ғорурлыҡ менән уҡыуы залда ултырыусыларҙың көслө алҡыштарына лайыҡ булды.

Бөтә милләттәр төйәге булған гүзәл Башҡортостан - мәңгелек!


Читайте нас: