газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Декабрь 2017, 11:42

Арҙаҡлы шәхестәребеҙ ғорурлыҡ тыуҙыра

Ошо көндәрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында бик үҙенсәлекле матур кисә үтте. Унда бөтә ғүмерен ошо театрға бағышлаған, театрҙың ағинәйе, Башҡортостандың халыҡ артискаһы Гөлшат Зыязетдинова юбилей кисәһен уҙғарҙы.

Ошо көндәрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында бик үҙенсәлекле матур кисә үтте. Унда бөтә ғүмерен ошо театрға бағышлаған, театрҙың ағинәйе, Башҡортостандың халыҡ артискаһы Гөлшат Зыязетдинова юбилей кисәһен уҙғарҙы.

Актрисаның дәрәжәһе ни тиклем юғары икәнлеге тамаша залында алма төшөрлөк тә урын булмауынан уҡ күренеп торҙо. Саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы кисәнең бәҫен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Юбилярҙы ҡотларға Өфөнән бер төркөм арҙаҡлы сәнғәт әһелдәре - СССР-ҙың халыҡ артискаһы Гөлли Мөбәрәкова, Рәсәйҙең халыҡ артистары Олег Ханов, Суфия Ҡорбанғәлиева, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрынан бер төркөм артистар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде.

Кисә Башҡортос-тандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың театрға юллаған ҡотлау хатынан башланып китте. Ул Гөлшат Ибраһим ҡыҙының ижады Салауат театры менән ныҡлы бәйле булыуын һәм мәҙәниәт өлкәһендә сағыу йондоҙ булып балҡыуын билдәләгән. Өлгәшелгән уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн халыҡ артисы республика Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Артабан ҡотлау өсөн һүҙ Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Зөһрә Сәйфуллинаға бирелде. Изге теләктәрен еткереп, ул юбилярға К.Станиславский миҙалын тапшырҙы.

Ҡала хакимиәте, күп кенә ойошмалар, ябай тамашасылар ҙа кисәгә буш ҡул менән килмәгән - гөлләмәләр һалыр өсөн урын етмәгән кеүек булды хатта. Кисәлә актриса уйнаған ролдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде, театр артистары иҫ киткес матур концерт номерҙары менән тамашасы күңелен арбаны. Шулай итеп, бер кешенең ижады аша театр тарихына байҡау яһап булыр ине. Сценарийҙы яҙыусы йәш егет Рауил Хәкимовты телгә алып китмәй булмай. Әйткәндәй, ул үҙе лә «Ғәлиәбаныу» спектакленән өҙөктә Исмәғил ролен бик оҫта башҡарҙы. Йәштәрҙең оло быуын вәкилдәренә битараф булмауы бик шатландыра.

Кисә бөтә яҡлап та уйланып, ентекле әҙерләнгән. Ул беҙгә халыҡ артискаһы Гөлшат Зыязетдинованың ижадын тәрәнерәк аңларға ярҙам итте һәм ҡалабыҙҙа ошондай арҙаҡлы шәхестәрҙең йәшәүенә, ижад итеүенә ғорурлыҡ уятты.
Читайте нас: