Был һорауға яуапты Салауат башҡорт дәүләт драма театрына килеп, ошондай атамалы спектаклде ҡарағандан һуң табырһығыҙ. Бөгөн уның премьераһы уҙа. Төрөк драматургы Тунджер Джюдженоглуның пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты ярҙамында әҙер-ләнгән. Тексты башҡортсаға республи-каның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Дәүләтбирҙина тәржемә иткән.
Дүшәмбе театр хеҙмәткәрҙәре киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Матбуғат конференцияһында баш режиссер Олег Ханов, Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин һәм театрҙың ижади коллективына етәкселек итеүсе Рөстәм Фазылов ҡатнашты. Тәүгеләрҙән булып һүҙ баш режиссерға бирелде.
- Салауат театры миңә бик яҡын. Коллективы ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Артистар менән дә яҡшы танышмын. Шуға күрә ролдәрҙе бүлгәндә лә ҡыйынлыҡтар тыуманы. Улар әҫәрҙән нимә теләүемде ярты һүҙҙән аңлап тора. Ике ай буйы әҫәр өҫтөндә эшләйбеҙ. Артыҡ ауырлыҡтар кисермәнем. Сөнки спектаклдә күтәрелгән тема халыҡҡа бик яҡын, актуаль. Әҫәрҙә ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡ та хәлдәр урын алған, шуның өсөн уны фантастик ысынбарлыҡ тип атарға булдыҡ, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты режиссер.
«Ир врач дауахана палатаһында ята. Ул бөтә нәмәне күрә һәм аңлай, әммә һөйләшә алмай. Ҡатын гел уның эргәһендә һәм ирҙең Әсәһен көтә. Шул ваҡытта көтөлмәгән ҡунаҡ - Ғазраил килеп инә. Әммә уға ҡушылған бурысты үтәү өсөн ул Ҡатындың һәм Әсәнең ризалығын алырға тейеш...». Спектаклдең бөтә серен дә асып бөтмәйбеҙ, Ғазраилдың ниндәй рөхсәт алырға тейешлеген үҙегеҙ килгәс белерһегеҙ.
Төп ролде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәтих Ҡолһарин башҡара. Режиссер әйтеүенсә, Фәтих бөгөнгө көнгә иң тәжрибәле виртуоз артистарҙың береһе. «Бөтә пландағы ролдәр ҙә уның ҡулынан килә. Бер персонаждан икенсеһенә тиҙ, еңел күсә. Әҫәрҙең авторы менән осрашҡанда уҡ төп ролде бына ошо артист башҡарасаҡ, тип әйтеп ҡуйҙым. Премьераға Тунджер Джюдженоглуның үҙенең килеүе көтөлә. Спектаклде ҡарағас, ул минең менән мотлаҡ килешер, тип уйлайым», - тине Олег Закир улы.
Бөгөн премьераға бара алмаусыларға иртәгә лә мөмкинлек бирелә. Ул киске сәғәт етелә башлана.