газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Декабрь 2017, 12:59

“Ағиҙел”дән нур бөркөлә, илһам тарала

Мәҙәниәт усаҡтары халыҡты бер ергә туплаған, әүҙем йәмәғәт тормошона йәлеп иткән, үҙ-ара матур бәйләнештәр, берҙәмлек булдырған уртаҡ йорт булып һанала. Нәҡ ошонда йәшәүгә дәрт, күңелебеҙгә рухи байлыҡ алабыҙ. Бында йырлап-бейеп күңел асыу өсөн генә йыйылмайҙар, рухты нығыталар, мәҙәни кимәлде үҫтерәләр һәм тормош матурлығын тойорға, уны яратырға ла өйрәнәләр. Ҡалабыҙҙың “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәге ошондай йорттарҙың береһе булып тора.

Мәҙәниәт усаҡтары халыҡты бер ергә туплаған, әүҙем йәмәғәт тормошона йәлеп иткән, үҙ-ара матур бәйләнештәр, берҙәмлек булдырған уртаҡ йорт булып һанала. Нәҡ ошонда йәшәүгә дәрт, күңелебеҙгә рухи байлыҡ алабыҙ. Бында йырлап-бейеп күңел асыу өсөн генә йыйылмайҙар, рухты нығыталар, мәҙәни кимәлде үҫтерәләр һәм тормош матурлығын тойорға, уны яратырға ла өйрәнәләр. Ҡалабыҙҙың “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәге ошондай йорттарҙың береһе булып тора.

Бөгөнгө зауыҡ менән биҙәлгән, йыһазландырылған, тулыһынса төҙөк-ләндереү эштәре үткән мәҙәниәт һарайына халыҡ яратып йөрөй. Ул әллә ҡайҙан күренеп, ҡалаға йәм биреп ултыра. Бина 1975 йылда Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы булараҡ үҙ ишектәрен аса. Ул замандан күпме һыу аға, заманалар ҙа үҙгәрә. Мәҙәниәт һарайының да торошо әлеге кеүек ялт итеп кенә тормай. Был осраҡта ысынлап та эштең һөҙөмтәһе - шәп етәксенең булыуында, тип ышаныслы әйтергә була. Тап Суфия Етеханова етәксе итеп тәғәйенләнгәс, насар хәлдәге мәҙәни усаҡҡа йән өрә. Ул бынан тиҫтә йылдар элек бинаның ремонтланғанға тиклемге фотоларын күрһәтә. Мәҙәниәт һарайының элекке торошо менән хәҙергеһе - ер менән күк араһы. Фотоһүрәттәрҙән күренеүенсә, ҡыйыҡтан һыу ағып торған, стеналарҙа ярыҡтар, иҙәндәр серек. Ә бөгөн стена-түшәмдәр, тышҡы яғы заманса көпләнгән. Евро тәҙрәләрҙә ҡояш нурҙары уйнай. Сәхнә лә танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Хәҙер мәҙәниәт һарайы - матур, зауыҡлы, күркәм бина. Тик әйтеүе генә еңел. Ә уны ошондай хәлгә еткереү өсөн күпме тырышлыҡ, көс, аҡса һалынғанын тик етәксе кеше генә беләлер. Эш күләме шул тиклем ҙур була, хатта уны бер йыл эсендә ремонтлап бөтөү мөмкин дә булмай. Барыһы ла яйлап эшләнә. 2007 йылда ҡала хакимиәтенән 18 млн һум күләмендә ҙур ғына ярҙам була. Был аҡсаға сәхнәлә, тамашасылар залында иҙән, креслолар алыштырыла, стеналар яңыртыла, ҡыйыҡ ябыла, ҡоролмалар, музыка һәм яҡтыртыу аппаратуралары алына. Суфия Биктимер ҡыҙы әйтеүенсә, мәҙәниәт һәм ял үҙәген тергеҙеүҙә ҡала хакимиәтенең ярҙамын билдәләп үтмәй булмай. Шунан инде кафе асыу, төрлө саралар өсөн арендаға биреү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ял итеү урыны яңырыу менән халыҡ та бында тартыла, тамашалар, төрлө йәрминкәләр үтә башлай.

- Концерттар элегерәк ҡалалағы ҙурыраҡ мәҙәниәт һарайҙарында уҙҙы. Беҙҙең дә һарай матур, килһендәр ине, тип теләнем. Аллаһының ҡөҙрәте ҙур, бына хәҙер үҙәктә концерттар йыш булып тора, - тип ҡыуанысын йәшермәй мәҙәниәт усағының хужабикәһе.

Суфия Биктимер ҡыҙы гастроль менән килгән һәр артисты, уның командаһын иң ҡәҙерле ҡунағы кеүек асыҡ йөҙ, һый-хөрмәте менән ҡаршы алып, оҙатып ҡуя. Улар бит беҙҙең Салауат халҡына үҙенең ижады менән бүлешергә, кешеләргә матур байрам, ял кисәһе бүләк итеп, шатландырырға килә. Уларға ихтирамыбыҙҙы белдереү яҙыҡ булмаҫ, рәхмәттәре йөрәккә дауа, ти Суфия Етеханова.

Бынан 15 йыл элек исеме үҙгәртелһә лә, мәҙәниәт усағы әлегә тиклем үҙ асылын, йүнәлешен юғалтмай. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, күркәм йолаларын тергеҙеү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, йәштәр менән ололар араһында бәйләнеш булдырыу, ғәзиз туған телдәребеҙҙе, мәҙәниәттәребеҙҙе һаҡлау, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү кеүек бурыстарҙы атҡарыуҙа халыҡты әүҙемлеккә, берҙәмлеккә саҡырыу маҡсатында эшләй. Мәҙәни йорт күптәргә үҙ һәләтен асырға, үҫтерергә, ҙур сәхнәләргә алып сығырға ярҙам итеүсе лә. Бында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып ветерандарға тиклем күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан. Төрлө милләт коллективтары бергәләшеп ҡалабыҙҙың мәҙәни донъяһын байыта. “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәге тулы тормош менән ҡайнап йәшәй.

- Айгизә Ишемғолова етәкләгән “Дуҫлыҡ” башҡорт фольклор төркөмөнөң сығыштары йылдан-йыл сағыулана, оҫталыҡтары күҙгә күренеп арта бара. Улар үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа ла һынап тора. Надежда Ханнанованың рус фольклоры төркөмө бик көслө, сөнки етәксеһе бик грамоталы. Уларҙың былтыр “Мин яратам һине, тормош” республика конкурсында Гран-при алыуы оло ҡаҙаныш. Быйыл Сочиҙа ла Рәсәй кимәлендәге бәйгелә беренсе урын алып ҡайттылар. Ольга Куклева етәкләгән “Ритм” бейеү төркөмө Санкт-Петербургта ил конкурсында үҙҙәренең көсөн һынап, беренсе урынға лайыҡ булды. Олег Дрозд өлкән быуын кешеләрен бал бейеүҙәренә өйрәтә һәм халыҡ уның дәрестәренә бик теләп йөрөй. Эльвира Емельянова “Илһам” коллективында балаларға йыр серҙәрен төшөндөрә. Хәҙер улар ҙур сәхнәләрҙә ҡурҡмай сығыш яһайҙар. Минең урынбаҫарым Рауил Хәкимов йәш булһа ла, бик актив, һәр төрлө сараларҙы ойоштороу һәләтенә бик оҫта, тырыш егет. “Ағиҙел”гә - 15 йыл, ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Ошо уңайҙан 15 декабрҙә матур тамаша үткәрәбеҙ. Ул көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана, бар кешегә ишектәр асыҡ, килһендәр, күрһендәр, беҙҙең шатлыҡ менән уртаҡлашһындар. Беҙҙең мәҙәниәт усағы барлыҡ салауаттар өсөн эшләй, - тигән теләктәрен еткерҙе Суфия Биктимер ҡыҙы.

Мәҙәниәт һарайы сәхнәһенең буш торған ваҡыты һирәктер. Һәр ваҡыт та ниндәй ҙә булһа сара үтә бында. Ойошма, учреждениеларҙың һөнәри байрамдары ла, республика кимәлендәге саралар ҙа, хатта спорт ярыштары ла ойошторола. Мәҙәниәт һарайының кафеһы үҙенең тәмле аҙыҡтары, аш-һыуҙары менән халыҡты йәлеп итә. Төрлө юбилей кисәләре, туй тантаналары бик күңелле үтә.

Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: