газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Декабрь 2017, 11:03

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

Ҡалабыҙҙың 53-сө «Йәншишмә» балалар баҡсаһында «Шәжәрә» байрамы үтте. Уның маҡсаты булып балаларҙы башҡорт халҡының байрамдары менән таныштырыу, тамырҙарҙы барлауҙың әһәмиәтенә төшөндөрөү, тыуған төйәккә, ҡомартҡыларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереү, ғаилә-ара туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу ине.

Ҡалабыҙҙың 53-сө «Йәншишмә» балалар баҡсаһында «Шәжәрә» байрамы үтте. Уның маҡсаты булып балаларҙы башҡорт халҡының байрамдары менән таныштырыу, тамырҙарҙы барлауҙың әһәмиәтенә төшөндөрөү, тыуған төйәккә, ҡомартҡыларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҫтереү, ғаилә-ара туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу ине.

Музыка залында балалар ата-әсәләр менән берлектә төҙөгән ғаилә шәжәрәләренән «Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ» исемле күргәҙмә ойошторолдо.

Сараны балалар баҡсаһының башҡорт теле тәрбиәсеһе Рәхимә Хәйбуллина алып барҙы. Шәжәрә байрамы конкурс формаһында үтте. Унда Ишемғоловтар, Аҙнаевтар, Яхиндар һәм Хисаметдиновтар ҡатнашты. Уларға төрлө һынауҙар әҙерләнгәйне. Конкурста бәйгеселәр үҙ ғаиләләре менән таныштырҙы, девиздарын әйтте һәм ғаилә гербтарын күрһәтеп, уның мәғәнәһен аңлатып үтте. Байрамдың иң сағыу мәле - шәжәрәләре менән таныштырыу. Һәр бер ғаилә нәҫелдәренең арҙаҡлы шәхестәре, данлыҡлы ҡан-ҡәрҙәштәре хаҡында һөйләгәндә балалар ҙа, ололар ҙа бик ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.

Ишемғоловтар ғаиләһенең шәжәрә ағасы иң тәрән тамырлы – унда 18 быуын билдәләнгән. Ғаилә башлығы Айнур Фәрғәт улы тарих төпкөлөнә төшөп, Ашик хандан башланып киткән, бейҙәр менән дауам ителгән ата-бабалары нәҫеле тураһында тәфсирләп аңлатып һөйләп бирҙе. Майҡы бейҙең (яҡынса 1170-1240 йылдар) бейәләр егеп, ҡырандасҡа ултырып, үҙ заманының бик шәп ҙур дәрәжәле икәнен күрһәтеп йөрөр булғанын белдек.

Аҙнаевтар ғаиләһе лә матур әҙерләнгәйне. Улар өләсәләре менән килгән. Улдары Артур өләсәһенә арнап шиғыр һөйләп, таҡмаҡ әйтеп, балаларға, ҡунаҡтарға дәрт өҫтәне. Уларҙың шәжәрәһе 7 быуындан төҙөлгән.

Хисаметдиновтар ғаиләһе шә-жәрә ағасын бик зауыҡлы итеп ҙур баннерҙа баҫтырған. Улар ата-бабаларының 9 быуынын белә.

Яхиндар ғаиләһе лә төптән әҙерләнгән. Улар ата яғынан да, әсә яғынан да шәжәрәләрен бала-ларға аңлайышлы итеп һөйләне. Тыңлаусыларға Яхиндарҙың олатаһы менән булған хәл бик ҡыҙыҡлы булды.

Рәис Мәзит улы Сафин, кәүҙәһе бәләкәй булғанлыҡтан, өс тапҡыр һуғышҡа китә торған поездан төшөрөп ҡалдырыла. Һуғышҡа алынмай ҡалған уҙаман тылда тракторсы булып эшләп, фронтҡа ярҙам итеп, бөгөнгө көндә ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ тыл ветераны булып йәшәй.

Шәжәрә байрамына балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Аида Хәбибуллина әҙерләгән йыр-бейеүҙәр йәм өҫтәне. Ярыш араһында уйналған «Тирмә» башҡорт халыҡ уйыны ла барыһына хуш килде.

Ғаиләләрҙең сығыштарын балалар баҡсаһы мөдире Фаягөл Горобец, өлкән тәрбиәсе Әлфиә Баймырҙина, 52-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Зәлиә Сөләймәнова ғәҙел баһаланы.

Жюри ағзалары конкурсты йомғаҡлап Ишемғоловтар ғаиләһен - “Рухлы ғаилә”, Аҙнаевтарҙы - “Берҙәм ғаилә”, Яхиндарҙы - “Оҫта ғаилә”, Хисаметдиновтарҙы “Татыу ғаилә” номинацияһында еңеүселәр тип иғлан итте.

Байрамды дөйөмләштереп, һүҙҙе баҡсабыҙҙың мөдире Фаягөл Ғүмәр ҡыҙы алды. Ул килгән ҡунаҡтарға, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙе әйтеп, ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, үткәнен белгән халыҡ ҡына киләсәктә ныҡлы баҫып ышаныслы йәшәй ала. Үҙ шәжәрәңде өйрәнеү мауыҡтырғыс ҡына шөғөл түгел, ә кешелек бурысы ла, киләсәк быуында тарихи хәтер тәрбиәләү, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау яуаплылығы ла.

Үҙ халҡының тарихын, нәҫелен хөрмәт итеүсе, илдең, милләттең киләсәге өсөн янып йәшәүсе ата–әсәләргә ошо байрамды ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.


Читайте нас: