Театр тормошо... Ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, бар ғүмерен сәхнәгә бағышларға бөтәһе лә батырсылыҡ итә аламы икән? Юҡтыр, моғайын. Был һө-нәр тик көслөләргә, түҙемдәргә, ҡыйыуҙарға ғына хас. Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары, ғаилә парҙары Гөлшат һәм Рим Зыязетдиновтарҙы шундайҙар рәтенә индерергә була.
Гөлшат Ибраһим ҡыҙы - оло быуын артистарының береһе. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ сағыу образдар башҡарыусыны башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Шулай булмай ни, Ауырғазы колхоз-совхоз театрын Салауат ҡалаһына күсереүҙе ойошторған, күп йылдар буйына театрҙы етәкләгән Ибраһим Әхмәров һәм талантлы актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зәкиә Әхмәрованың ҡыҙҙары бит ул.
- Мин тыуғандан бирле театр мөхитендәмен. Сөнки, үрҙә әйтелгәнсә, ата-әсәйем театр кешеләре булды. Атайым эшенә ныҡ бирелгәйне, уны бик яратты, үлгәнсе сәхнәнән китмәне. «Шоңҡар» спектаклен ҡуялар ине, атайыма Арсланбай роле бирелгән. Репетиция ваҡытында тексын һөйләп тә бөткән, йығылып та киткән. Дәфтәрен ҡуйынына һалған килеш, бик йәшләй йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Алтмышы ла тулмағайны.
Гөлшат апай, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Бер аҙ тынысланғандан һуң һүҙен дауам итте.
- Әсәйем дә ғүмеренең аҙағына тиклем ролдәр башҡарҙы. Театрҙа ҡуйылған «Ете ҡыҙ» тарихи драмаһындағы ҡыҙҙарҙың береһе ул. 1941 йылда Толбазы колхоз театрында эшләгән ир-егеттәр барыһы ла фронтҡа алына. Актрисалар театрҙы һаҡларға, халыҡтың рухын күтәреп ижад итергә һүҙ бирә. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыуға, аслыҡ-яланғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар вәғәҙәләренә тоғро ҡала. Әсәйем ошо ете ҡыҙ араһынан иң һуңғыһы булып вафат булды.
Гөлшат Ибраһим ҡыҙы бәләкәй саҡта кем генә булырға хыялланмай. Мәктәпте тамамлағас, заводта эшләй. Әммә уға барыһы ла: «Гөлшат, һинең урының бында түгел. Мотлаҡ актриса булырға тейешһең», - тиҙәр. Шунан ул институтҡа уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, 1973 йылда Салауатҡа актриса булып ҡайта. Күпме генә роль уйнаһа ла, уларҙың һәр береһе күҙ алдында, хатта тәүге уйнағаны ла.
- Иҫемдә, Ғайфулла Вәлиев-тың «Хыял ҡошом» спектаклендә Рәсимә ролен бирҙеләр. Көндәш булып уйнарға тура килде. Бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле характер-лы ине ул ҡыҙ. Мине яратып йөрөгән егет телһеҙ ҡыҙға ғашиҡ була. Ә мин яңғыҙ ҡалам. Тамашасылар Рәсимәне яҡланы. Спектаклдән һуң: «Был актрисаның килә-сәге ҙур», - тинеләр. Төрлө образдар уйнарға тура килде. Улар уңышлы килеп сыҡһын өсөн бар күңелеңде һалып башҡа-рырға кәрәк. Элек, башлыса, гел ауылдарҙа йөрөнөк. Ауыл тамашасыһы шул тиклем ихлас, хәл-ваҡиғаларҙы күңеленә ныҡ яҡын ҡабул итә. Роберт Батулланың «Кисер мине, әсәй!» спектаклендә кире образ Дилфүзәне уйнайым. Ул йәш ваҡытында балаһын апаһына ҡалдырып, ташлап китә. Ҡыҙ үҫкәс, ҙур суммала лотерея ота. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән Дилфүзә минең балам тип, ҡыҙҙы үҙенә алырға ҡайта. «Ә бала бит минеке!» тип әйтеүем булды, тамашасы залынан бер апай йүгереп менде лә: «Бына һиңә, бала!» - тип, йоҙроҡтарын танауым осонда сөйҙө. Залдағы бар халыҡ үрә баҫып ҡул сапты. Тимәк, образды асып бирә алғанмын. Бына ошо минең өсөн иң оло баһа. Ул ролде шул тиклем рәхәтләнеп уйнаным, - тип хәтирәләргә бирелде.
Гөлшат Зыязетдинованың тормошонда көтөлмәгән хәлдәр күп була. Мөхәмәт Хәйҙәровтың «Зөһрә йондоҙо»нда тиҫкәре килен ролен башҡара.
Аҙағын гәзит биттәрендә уҡығыҙ