Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Ноябрь 2017, 16:15

Ағинәйҙәрҙең күңеле йәш

Беҙҙең ҡалала бына өсөнсө йыл ҡала башҡорттары ҡоролтайы янында «Ағинәйҙәр» клубы эшләй. Уның ағзалары үҙҙәренең ярҙамсылары һәм мәҙәниәткә, әүҙем тормошҡа битараф булмаған гүзәл заттарыбыҙ тырышлығында төрлө саралар ойоштора, үҙҙәре лә ҡатнаша, башҡаларҙы йәлеп итә.

Беҙҙең ҡалала бына өсөнсө йыл ҡала башҡорттары ҡоролтайы янында «Ағинәйҙәр» клубы эшләй. Уның ағзалары үҙҙәренең ярҙамсылары һәм мәҙәниәткә, әүҙем тормошҡа битараф булмаған гүзәл заттарыбыҙ тырышлығында төрлө саралар ойоштора, үҙҙәре лә ҡатнаша, башҡаларҙы йәлеп итә.
Саралар күп төрлө. Улар араһында халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү, милли кейемдәребеҙҙе һәм аш-һыуҙарыбыҙҙы киң ҡулланышҡа индереү (бында мин 4-се тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы етәксеһе Гөлнара Хәйбуллинаның ролен айырым билдәләп үтер инем), халыҡ тәрбиәһе өлгөләрен аяҡҡа баҫтырыу һәм башҡа йүнәлештәгеләргә ҙур иғтибар бирелә. Был турала гәзит биттәрендә, урындағы телевидениела мәғлүмәт булып тора. Мин ағинәйҙәрҙең үҙҙәренең дә актив тормош алып барыуҙарын һыҙыҡ аҫтына алырға булдым. Сөнки һәр ағзаның үҙенең шәхси тормошо, эше, ғаиләһе бар, ә улар төрлөсараларойоштороуменәнберрәттәнүҙҙәрендә онотмай. Фитнес-клуб, йөҙөү бассейны беҙҙең өсөн ят түгел. Ҡалаға килгән артистарҙың концерты, башҡорт драма театры - беҙҙе ңяратҡан осрашыу урындары. Әле күптән түгел «Ағиҙел» мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Иҙел Нурғәлин концертына барып, дәрт-дарман алып ҡайттыҡ. Йәш артистың тере тауыш менән йырлауы, концертты оҫта итеп алып барыуы, юмор-сатираны урынлы ҡулланыуы залдағы тамашасыларҙы әсир итте. Автор-башҡарыусы баянда оҫта уйнаны, дер һелкетеп бейене, ретро һәм хәҙерге эстрада йырҙарын сиратлап һәм урынлы башҡарҙы. Концерттан һуң артистар менән аралашып, уларға үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, күмәкләп фотоға төшөү бәхете лә тейҙе. Ошондай осрашыуҙар, һис шикһеҙ, күңелде күтәрә, йәшәүгә дәрт бирә, артабанғы тормошҡа этәргес булып тора.
Ә индеағинәйҙәралғапландарҡороу, хыялдарҙытормошҡа ашырыу менән мәшғүл. Сөнки оҙаҡламай ҡалабыҙ үҙенең данлы юбилейын ҡаршылаясаҡ, республикабыҙҙың 100 йыллығы, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йылтулыу көндәре лә беҙҙе урап үтмәйәсәк.
Читайте нас: