газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2017, 17:03

Ябай ҙа, һоҡланғыс та улар

Билдәле шәхестәр, Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар менән мин бынан 15 йыл элек «Байрам ашы - ҡара-ҡаршы» спектаклем ҡуйылғас таныштым. Улар был тамашала төп ролдәрҙе башҡара ине. Тәү күрешкәндә үк Яҡуп менән Гөлсәсәк үҙҙәренең ябайлығы, эскерһеҙлеге менән күңелемде яулап алды һәм шунда уҡ яҡын дуҫтарым булып китте.

Был донъяла кемдәрҙе генә осратмайһың да, кемдәр менән генә танышмайһың. Ул тәңгәлдә беҙ, журналистар, бик бәхетле, сөнки эшебеҙ, башлыса, шуға ҡоролған. Бына шул яңы таныштарыңдың ҡайһы берҙәрен нисектер күңел ҡабул итмәй, ә ҡайһыларылыр, яҡын дуҫыңа әйләнеп китә, улар менән аралашып йәшәү тормошоңдо йәмләп ебәрә. Бәхеткә күрә, ундайҙары күберәк.

Билдәле шәхестәр, Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар менән мин бынан 15 йыл элек «Байрам ашы - ҡара-ҡаршы» спектаклем ҡуйылғас таныштым. Улар был тамашала төп ролдәрҙе башҡара ине. Тәү күрешкәндә үк Яҡуп менән Гөлсәсәк үҙҙәренең ябайлығы, эскерһеҙлеге менән күңелемде яулап алды һәм шунда уҡ яҡын дуҫтарым булып китте.

Театр артистары хаҡында яҙғанда, башлыса, улар ҡатнашҡан спектаклдәр һанала, уйнаған ролдәре хаҡында һүҙ алып барыла. Был йәһәттән Шәриповтар тураһында ла әллә күпме һөйләргә булыр ине, әммә минең театрҙан ситкәрәк китеп, уларҙың ғәҙәти тормошо, йәшәү рәүеше, холоҡ-фиғелдәре хаҡында бәйән иткем килә.

Ирле-ҡатынлы артистарға, ғәҙәттә, нисек таныштығыҙ, нисек ҡауыштығыҙ кеүегерәк һорауҙарҙы бирәләр һәм, башлыса, беҙҙе сәнғәт таныштырҙы тигән яуапты ишетәләр. Яҡуп менән Гөлсәсәктең араһында ла бына шул сәнғәт һөйөү уты ҡабыҙған.

- «Нефтехимик» мәҙәниәт һара-йында баянсы булып эш башлап ҡына йөрөй инем. Шунда йәш кенә бер һылыу ҡыҙ килеп инеп, йырлап күрһәтергә теләге барлығын белдерҙе, - ти Яҡуп. - Иҫ киткес моңло тауышы менән «Гөлъямал»ды йырлап ебәрмәһенме был ҡыҙ! Үҙем баянда уйнайым, үҙем иҫем китеп йырҙы тың-лайым. Гөлсәсәк йырлап бөтөү менән етәксебеҙ Сәлим ағай Камбулатовҡа: «Бына ҡайҙа ул талант! Был ҡыҙҙы ситкә ебәрмәйек, юрамал ғына оҙата барған булып, мин уны мәҙәниәт һарайына ныҡлап йөрөргә күн-дерәйем», - тип шы-бырҙаным. Оҙатып ҡуям, ҡаршы барып алам. Күп тә үтмәй, Гөлсәсәктең моңло тауышына ғына түгел, ә үҙенә лә башкөллө ғашиҡ булғанымды аңланым. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғайым тип, бер нисә айҙан ҡыҙҙың үҙемә кейәүгә сығырға ризалығын һораным.

- Яҡуп телгә шәп бит. Тәүҙә шул теле менән арбаны, һуңынан бар булмышы менән йөрәгемә үтеп инде. Уны һайлап яңылышманым мин. Тормош юлында Яҡуп ысын дуҫым, тоғро юлдашым, ныҡлы таянысым минең, - ти Гөлсәсәк, ҡәнәғәт йылмайып.

Кәләштең тыуған ере Һарайҙа (Әлшәй районы) гөрләтеп ауылса туй үткәреп, ғаилә ҡороп йәшәп алып китә Шәриповтар. Ләйсән менән Миләүшә исемле ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Яҡуп менән Гөлсәсәк саҡырыу буйынса Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә. Халыҡ театрында ҡанаттарын нығытҡан Шәриповтарға яңы урында тәүге аҙымдарын яһау әллә ни ҡыйынға тура килмәй. Ысын күңелдән бирелеп башҡарған ролдәре менән улар шунда уҡ тамашасы күңелен яулап ала.


Материалды тулыһынса гәзит биттәрендә уҡығыҙ.
Читайте нас: