газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2017, 13:34

«Артист» ярҙам күрһәтә

Хаҡлы ялға сыҡҡандарҙы үҙҙәренә күрә бер стресс кисерә, тиҙәр. Шулай булмай ни, гөрләп эшләп йөрөгән ерҙән бер көн килеп өйҙә бикләнергә мәжбүр бул әле. Айырыуса ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йәшәгәндәргә ҡыйынға тура килә. Әйтәйек, артист кеше һәр саҡ сәхнә түрендә. Улар алһыҙ-ялһыҙ тамашасыларҙың күңелен күрер өсөн тырыша. Ә пенсияға сыҡҡас ул ни эшләй? Аптырап ҡала. Бына шул ваҡытта улар туған коллективының, хеҙмәттәштәренең иғтибарына мохтаж. Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветерандарына тәүге тапҡыр «Артист» хәйриә фондынан ярҙам алыу бәхете йылмайҙы. Уның төп маҡсаты - өлкән йәштәге театр һәм кино актерҙарына матди һәм әхлаҡи ярҙам күрһәтеү.

Фонд 2008 йылдан эшләп килә һәм быға тиклем үҙенең программаларын, сараларын Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында уңышлы тормошҡа ашырған. Быйыл улар беренсе тапҡыр төбәктәргә ярҙам күрһәтергә ниәт иткән һәм ниндәйҙер мөғжизә менән тап Салауат театрын һайлағандар. Бөтәһе һигеҙ кешегә 500 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелгән. Ветерандарҙың барыһы ла быны ҙур бүләк итеп ҡабул иткән. Үҙҙәрен онотмауҙары, иғтибар күрһәткәндәре өсөн ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙеләр, программаның киләсәктә лә дауам итеүен теләнеләр. Кемдәргәлер шифаханаларға йүнәлтмә бирелгән, бәғзеләренә матди ярҙам күрһәтелгән, ә ҡайһылары дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әминевҡа Удмурт Республикаһының «Ува» шифаханаһында ял итеү мөмкинлеге тәтегән.

- Был көтөлмәгән яңылыҡ булды. Хис-тойғоларҙы әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Миңә унда ныҡ оҡшаны. Туҡланыу шәп, врачтарҙың, бөтә персоналдың мөнәсәбәте яҡшы, иғтибарлылар, ихти-рамлылар. Фонд өлкәндәрҙе ҡайғыртып, бик изге эш эшләй, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рим Файзрахман улы.

Театр ветерандары Флүрә Ниғмәтуллина, Флүрә Мозаһитова, Флүр Гәрәев, Гөлшат Зыязетдинова һәм Асия Мөкимова иһә Башҡортостаныбыҙҙың сихри тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Йоматау» шифаханаһына барып, йәндәренә сихәт, тәндәренә дауа алып ҡайтҡан. Уларҙың да шатлыҡтарының сиге юҡ.

Хәйриә ойошмаһы артабан да театрыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Яҡын киләсәктә өҫтәмә адреслы социаль ярҙамдың сәхнә ветерандарына ғына түгел, ә ашығыс ярҙам кәрәккән һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған театр хеҙмәткәрҙәренә лә күрһәтелеүе көтөлә. Изге эш башҡарыусылар ололарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәт тыуҙырыу йәһәтенән үрнәк күрһәтә, йәмәғәтселек иғтибарын да ошо проблемаларға йүнәлтә.


Читайте нас: