- Ни өсөн һеҙ уҡытыусы булырға ҡарар иттегеҙ?
- Барыһы ла бала саҡтан килә, миңә 8-9 йәш ине, һеңлем 4 йәшкә кесе. Атайым бәләкәй таҡта киҫәгенә зәңгәр төҫтәге линолеум ҡағып бирҙе, беренсе уҡытыусым Кира Федоровнаға оҡшатып, дәрестәр үткәрә башланым. Һеңлемде уҡытып арытып бөтә инем. Мин бала саҡтан алып спорт менән дуҫ булдым, шуға ла нәҡ физкультура уҡытыусыһы булырға хыялландым. Әммә 90-сы йылдарҙа мәктәпкә эшкә урынлашыу еңел булманы, кадрҙар бүлегендә ҙур ғына сират, урын юҡ. Шуға мине 1999 йылда осраҡлы рәүештә Туризм үҙәгенә «Спорт ориентирлашыуы» секторына эшкә алдылар. Унда мин 22 йыл эшләп, педагогтан директор урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелдем. Әммә һәр ваҡыт уҡытыусы булып эшләргә теләнем. Һәм бына мин 3 йыл 2-се гимназияла физкультура дәресен алып барам.
- Ҡайһы бер балалар физкультура дәрестәрен уйын булараҡ ҡабул итә, балалар нормативтарҙы үтәүҙән баш тартҡанда нимә эшләргә?
- Башланғыс класс уҡыусылары физкультура дәрестәрен, ысынлап та, уйын кеүек ҡабул итә, методика буйынса ла шулай бирелгән, уйын формаһында балалар тиҙерәк аңлай һәм физик әҙерлектәре һөҙөмтәлерәк килеп сыға. Әммә, балалар ҙурайған һайын уҡытыусының бурысы - балаларға физик культура һәм сәләмәтлектең мөһим икәнен аңлатыу. Бында күнегеүҙәр башҡарыу ғына түгел, ә уларҙың тәғәйенләнешен, ни өсөн һәм күпме эшләргә кәрәклеген аңлауы кәрәк. Балаларҙы нормативтарҙы тапшырырға яратмаҫҡа ата-әсәләр өйрәтә. Башта бәләкәй балалар физкультураны теләһә ниндәй сағылышында ярата, сөнки хәрәкәт бала өсөн тәбиғи.
- Уҡыу программаһы стандарттарына таянырға кәрәкме, әллә һәр баланың ҡыҙыҡһыныуҙары һәм шәхси һәләттәре мөһимерәкме?
- Календарь-тематик планды, әлбиттә, эш программаһы стандарты нигеҙендә төҙөйбөҙ. Әммә, һис шикһеҙ, беҙ уҡыусыларҙың һәләттәрен, әҙерлек кимәлен һәм физик һаулығын иҫәпкә алырға мәжбүр. Бында спорт ҡорамалдары һәм инвентарының стандарт эш программаһына тап килеүе мөһим. Күп осраҡта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл яҡшыраҡ булыуҙы теләй.
- Һеҙҙеңсә, хәҙерге заманда спорт менән ҡыҙыҡһыныу ниндәй кимәлдә?
- Ниндәй генә заман булмаһын, һәр кемдең үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары бар, тип уйлайым. Ә хәҙерге ваҡытта мөмкинлектәр йыш ҡына финанс яғына бәйле. Бөтә балалар ҙа спорттың барлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнә алмай, барыһы ла аҡсаға барып тоташа. Беҙҙең ҡалала балалар, башлыса, атаәсәләрҙең финанс хәле һәм тренерҙарҙың энтузиазмы иҫәбенә шөғөлләнә һәм ярыштарҙа сығыш яһай.
- ГТО-ның кире ҡайтарылыуы дөрөҫмө? Балалар унда билдәләнгән нормативтарҙы нисек үтәй?
- Ата-әсәләрҙең бик аҙҙары балаларының ГТО нормаларын тапшырыуы менән ҡыҙыҡһына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нормативтарҙы һирәктәр генә үтәй. Сөнки ата-әсәләр балалары саңғыла йөрөмәһен, спорт уйындары уйнамаһын, йүгермәһен, йөҙөүгә һәм башҡа күнекмәләргә йөрөмәһен өсөн врачтан белешмәләр ала. Бергә спорт менән шөғөлләнеү урынына, яҡшы билдәләр ҡуйыуҙы талап итә.
- Һеҙҙең ҡарашҡа, эшегеҙҙә иң ҡатмарлыһы нимә?
- Күп кенә хәрәкәт күнекмәләре балаларҙа мәктәпкәсә йәштә формалаша: туп менән уйнағанда, шыуышҡанда, үрмәләгәндә, һикереүҙә һәм ата-әсәләрҙең ваҡыты юҡлығы арҡаһында бындай ябай элементтар өйрәнелмәһә, аҙаҡ физкультура дәрестәрендә ауырлыҡтар килеп сыға. Иң ауыры - билдәләр «төшөрөү».
- Ә иң күңеллеһе нимә?
- Иң ҡыуаныслыһы - «Минеке килеп сыҡты» йәки «мин өйрәндем!» тигән һүҙҙәрҙе ишетеү.
- Үҙегеҙҙең мауығыуҙарығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле?
- О! Был хаҡта оҙаҡ һөйләй алам. Мин танго бейейем, «Вита» бейеү студияһында шөғөлләнәм. Параллель рәүештә трейланнинг һәм скайраннинг менән мауығам. 14 км алыҫлыҡҡа йүгереү менән башлағайным, аҙаҡ 22, 35, 50 км-ға еткерҙем. Былтыр 2490 метр бейеклеккә 33 км йүгереүҙе һынап ҡараным. Ә октябрҙә ультрамарафонда йүгереү хыялым тормошҡа ашты - 65 км араны үттем. Ҡуҡрауыҡта ойошторолған ярышта 21 км йүгерергә иҫәп тотам. Һәм, әлбиттә, саңғы - ул минең иң ҙур мөхәббәтем. Эш хаҡы тураһында һөйләгәндә, бер ставкаға лайыҡлы эш хаҡы менән уҡытырға хыялланам. Ғөмүмән, сәйәхәт итергә яратам, шуға күрә яңы маршруттар, асылмаған урындарҙы күрергә теләйем.
Зөһрә МУСИНА.