22 майҙа республикабыҙҙың һәр мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау байрамдары үтәсәк. Күптәр өсөн ул уҡыуҙар тамамланып, оҙайлы йәйге каникулдар башланыуын иҫкәртһә, сығарылыш класс уҡыусылары өсөн ҡыңғырау сыңы шатлыҡ та, һағыш та билдәһе булып яңғыраясаҡ. Сөнки ул йәштәргә тәүге тапҡыр оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙарын хәбәр итә һәм шул уҡ ваҡытта ғүмерҙәренең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ бала саҡ һәм тыуған мәктәптәре менән хушлашыу мәле лә. Нисек кенә булмаһын ҡыңғырау сыңы тормош юлығыҙҙа гел уңыштарға ғына әйҙәүсе саң булып яңғыраһын.
Кем булырға, ниндәй юлдан китергә? Һәр кем үҙенең шәхси һәләтенә ҡарап һөнәр һайларға тейеш. Был йәһәттән хәҙер йәштәр күпкә алға киткән, киләсәккә пландарын билдәләп тә ҡуйған. 25-се башҡорт гимназияһының 11-се класын 21 уҡыусы, 14 ҡыҙ һәм 7 егет тамамлай. Уның бер нисәһе менән аралашҡандан һуң, мәктәп йылдарында ла ныҡышмал, тырыш булған егет һәм ҡыҙҙарҙың оло тормош юлында ла юғалып ҡалмаясағына һис шик юҡ, киреһенсә, уларҙың тыуған мәктәбе, ата-әсәләре йөҙөнә тап төшөрмәй лайыҡлы кешеләр булырына ышаныс арта ғына.
Алина Сәмиғолова 25-се башҡорт гимназияһында беренсе кластан алып тик яҡшы билдәләргә уҡый. Төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, белем усағы данын яҡлай. Әйткәндәй, Алина быйыл “Һылыуҡай” ҡала конкурсында ла үҙен һынап ҡарай һәм “Иң һөйкөмлө һылыу” номинацияһында еңеү яулай. Киләсәккә пландарына килгәндә, һылыу ҡыҙ берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы итеп тапшырырға һәм юғары уҡыу йортона инергә хыяллана.
- Икенсе кластан алып вокал түңәрәгенә йөрөй башланым. Башҡорт теле һәм йыр буйынса төрлө конкурстарҙа ҡатнаштым. “Тере һүҙ” ижади бәйгеһендә, “Перо окрыленной души” поэтик конкурста 2-се урындар алдым һәм вокал буйынса конкурстарҙа ла ҡатнаштым. Әҙәбиәт, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре яратҡан предметтарым. Тыуған мәктәбемде яҡшы билдәләр менән генә тамамлап, журналистика һөнәре буйынса уҡырға теләйем, - ти Алина.
Кристина Соснина башта туғыҙынсы кластан һуң мәктәптән китергә лә уйлап ҡуя, һуңынан ул ата-әсәһенең кәңәше буйынса һәм үҙенең дә юғары уҡыу йортона инеү теләге тыуғас, ун беренсе класты тамамларға ҡарар итә. Ҡыҙ төрлө ҡала, республика спорт ярыштарында үҙен яҡшы яҡтан күрһәтә.
- Минең хыялым - эске эштәр министрлығы институтына инеү. Еңел атлетика менән шөғөлләндем, был миңә ярҙам итер, тип уйлайым. Туғыҙынсы кластан һуң унынсыла төрлө кластарҙан берләштерелһәк тә татыу, дуҫ булдыҡ. Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, физкультура уҡытыусылары изге күңелле, яҡшы белем биреүе менән күңелемә яҡын булды. Мәктәбемде бик ныҡ һағынасаҡмын, - ти ҡыҙ.
Йәсмин Әйүповаға башта бөтә фәндәрҙе лә берҙәй яратып уҡый, өлкәнерәк кластарҙа уның күңеленә йәмғиәтте өйрәнеү һәм рус әҙәбиәте фәндәре яҡыныраҡ була башлай. Шуға ла тап ошо фәндәрҙе берҙәм имтихандары өсөн һайлай. Ҡыҙ музыка мәктәбен тамамлай һәм бик күп кенә ҡала, республика һәм халыҡ-ара конкурсанты була.
- Мәктәп йылдарын тик матур хәтирәләр менән иҫкә аласаҡмын, сөнки бында яҡшы, изге күңелле уҡытыусылар, бында минең дуҫтарым, шулай уҡ минең бала сағымдың иң матур көндәре ошонда үтте. Ниндәй һөнәргә уҡыу тураһында теүәл генә билдәләмәгәнмен, ижади йүнәлеште һайлармын, моғайын. Нисек кенә булмаһын, әсәйем минең теләгемде хуплай, - ти һылыу.
Баҫалҡы, әммә тырыш Вероника Казакованы ла уҡыу осоронда төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙан ситтә ҡалмай. Ҡыҙ артабанғы һөнәрен дә аныҡ билдәләп ҡуйған - ул Башҡорт дәүләт университетының роман-герман филологияһы факультетына тәржемәсе һөнәренә уҡыясаҡ.
- Мин 25-се гимназиялағы йылы мөхитте һәр ваҡытта иҫкә аласаҡмын. Минеңсә, бында беҙгә яҡшы белем бирҙеләр, һәр төрлө уҡыусының күңеленә асҡыс таба белделәр. 22 майҙағы һуңғы ҡыңғырау байрамы минең өсөн бер яҡтан шатлыҡлы байрам, сөнки үҙ аллы оло тормош юлына баҫам, икенсе яҡтан бер аҙ күңелһеҙ, сөнки класташтарым менән хушлашырға тура киләсәк, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа тарала, - ти Вероника.
Гимназияла беренсе кластан белем алған Тимур Шәрәфетдиновтың яратҡан фәндәре - математика менән физика. Ошо фәндәр буйынса ул йыш ҡына олимпиадаларҙа ла һынау тота һәм уның теүәл фәндәргә өҫтөнлөк биреүе артабанғы һөнәр һайлауына ла йүнәлеш биргән.
- Мин Өфө дәүләт нефть-техник университетында автоматлаштырыу йүнәлешендә белем алырға теләйем, - тип хыялдары менән бүлешә Тимур. - Берҙәм дәүләт имтиханы өсөн дә профиль математика, рус теле һәм математиканы һайланым. Мәктәпте тамамлауыма бик шатмын, уҡытыусыларға төплө белем биргәндәре өсөн рәхмәт.
25-се башҡорт гимназияһының география уҡытыусыһы Фларида Яубаҫарова класс етәкселеген бишенсе кластан алып бара. Туғыҙынсы кластан һуң өс класс берләштерелгәс тә сығарылыш класын ул алып бара. Фларида Фәрит ҡыҙы әйтеүенсә, балалар берҙәм дәүләт имтиханы өсөн күберәк йәмғиәтте өйрәнеү, физиканы һайлаған һәм быға тиклем булмағанса инглиз теленән дәүләт имтиханын тапшырырға теләүселәр ҙә артҡан.
- Унынсы һәм ун беренсе класҡа юғары уҡыу йортона инергә теләгән балалар ҡала. Һәр береһе кем буласағын, ниндәй вузға барыуҙарын билдәләп ҡуйған. Улар ниндәйҙер кәңәшкә мохтаж да түгелдәр, интернет аша барыһын да, ниндәй һөнәр кәрәклеген белеп торалар, шуға күрә үҙҙәренә кәрәкле юлды һайлағандар. Күбеһе Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына инергә ниәт итә, араларында Ҡазанға юлланырға теләүселәр ҙә бар. Уҡыусылар өсөн артыҡ борсолмайбыҙ, сөнки улар оло тормош юлына баҫырға әҙер. Гимназияны тамамлаусы ҡыҙ һәм егеттәргә тик уңыштар теләйбеҙ, был еңел булмаған заманала үҙ юлдарынан, маҡсаттарынан тайпылмаһындар, һәр береһенә бәхетле яҙмыш теләйем, - ти Фларида Яубаҫарова.
Йәшлек, мөхәббәт, гүзәллек, көс-ҡеүәт ташып-урғылып торған йәштәргә тик яҡты киләсәк һәм аҡ юлдар ғына теләргә ҡала!
Салауат ҡалаһының белем усаҡтарын быйыл барлығы 1874 ҡыҙ һәм егет тамамлай, 11-се класты 578, 9-сы класты 1296 уҡыусы.