17 майҙа балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында “Аҡыллы егет һәм ҡыҙҙар” байрамы уҙҙы. Сарала уҡыу йылына йомғаҡ яһалды, олимпиадаларҙа, тикшеренеү һәм проект эштәрендә ҡатнашып
еңеү яулаған балалар дипломдар менән бүләкләнде.
Уҡыусыларҙы һәм уларҙың остаздарын ҡаланың мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева ҡотланы:
- Был байрам барыбыҙҙы ла берләштерә. Сираттағы уҡыу йылы аҙағына ла килеп еттек һәм ихласлыҡ менән һөҙөмтәләрҙе иғлан итәбеҙ. Һәләтле, тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан уҡыусыларыбыҙ арҡаһында республикала ныҡлы өсөнсө урынды һаҡлап киләбеҙ, бының өсөн рәхмәт белдерәм. Яңынан-яңы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем.
Иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән мәктәптәр ҙә билдәләнде. “Бронза”ны 2-се гимназия, 20-се һәм 21-се мәктәптәр бүлеште, “Көмөш” 1-се гимназияла, “Алтын”ға 1-се лицей лайыҡ булды.
Йыйылыусылар өсөн ҡаланың балалар ижад һарайы коллективтары дәртле йыр һәм бейеүҙәр бүләк итте.
1-се лицейҙың 10-сы класс уҡыусыһы Ева Йыһангирова - биш фән буйынса олимпиаданың төбәк этабы призеры.
- Был йыл минең өсөн емешле булды. Яҡшы остаздарҙан башҡа юғары һөҙөмтәләргә ирешеп булмаҫ ине. Уларға бының өсөн рәхмәтлемен. Олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙан сикһеҙ ҡәнәғәтлек алам. Мәктәпте тамамлағандан һуң Санкт-Петербургҡа уҡырға инергә теләйем, иҡтисадты йәки бизнесты өйрәнәсәкмен, - ти тырыш ҡыҙ.