Мәктәптә махсус дефектологик белеме булған 40 педагог эшләй. Уларҙың яртыһынан күберәге юғары квалификацияға эйә. Һәр ҡайһыһы баланы нисек бар шулай ҡабул итеп, улар менән шөғөлләнә, уларҙы яңы нимәләргә өйрәтә, балаларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкин тиклем шарттар булдырырға тырыша. Мәктәптә 171 уҡыусы уҡый, уларҙың 53-ө өйҙән тороп белем ала.
2009 йылдан коррекцион мәктәпте Татьяна Турбина етәкләй. Мәғариф учреждениеһы күп кенә яңы проекттарҙа ҡатнаша, коллектив юғары һөҙөмтәләргә ирешеү өсөн камиллашыуға ынтыла.
- 2006 йылдан мәктәп Башҡортостан Республикаһы ҡарамағына күсте һәм төп сығымдарға финансты төбәк бюджетынан ала, мәҫәлән, ҡыйыҡты, спорт залындағы иҙәнде ремонтлауға, шулай уҡ матди-техник базаны нығытыу өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә, - тип һөйләй Татьяна Турбина. – 2019 йылда “Мәғариф” милли проекттың “Заманса мәктәп” төбәк проектында конкурс һайлап алыу турын үттек һәм беҙ 4 млн 192 мең һум алдыҡ. Был аҡсаға “Технология” предметы һәм үҙенсәлекле балалар менән психокоррекцион эш өсөн йыһаздар һатып алынды.
Уның һүҙҙәренсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә ата-әсәләр балаһының үҙенсәлектәре менән килешә алмай һәм коррекцион мәктәптәрҙән ҡаса, ҡәҙимге мәктәптәргә урынлаштырырға тырыша. Ә унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаға ауыр булыуы ихтимал икәнен уйлап еткермәйҙәр. Шуны аңларға кәрәк, яҡшы коррекцион мәктәп балаға тап уның үҫеше өсөн айырым шарттар тәҡдим итә: күп уҡыусынан тормаған класс, балаларҙың үҙенсәлектәренә тап килгән уҡытыу темпы, махсус әҙерлекле уҡытыусылар. Шул уҡ ваҡытта программа шәхсән һайлана һәм әгәр бала тиҫтерҙәрен ҡыуып етә икән, ул ябай мәктәпкә күсерелә ала.
Татьяна Турбина пландар менән дә бүлешеп, 2022 йылда мәктәп ҡарамағында ресурс үҙәк булдырыласағы хаҡында хәбәр итә.
- Был маҡсатҡа беҙгә финанслау булыр, тип ышанабыҙ. Яҡынса профилде һайланыҡ - Телмәр, психик, хис-тойғо-ирек үҫештә ҡатмарлыҡтары булған мәктәпкәсә һәм башланғыс кластар йәшендәге балаларға ярҙам итеүҙең ресурс үҙәге. Беҙ ҡаланың бөтә ата-әсәләренә һәм балаларына бушлай хеҙмәттәр күрһәтәсәкбеҙ, - ти ул.
Тарихи белешмә
Коррекцион мәктәп урынлашҡан бинаның үҙенә 71 йыл. Унда тәүҙә Салауат ҡалаһының тәүге белем биреү учреждениеһы була. Тик 1971 йылда ул коррекцион мәктәпкә әйләнә.
1971 йылдың 16 апрелендә халыҡ депутаттарының ҡала Советы ултырышында ярҙамсы мәктәп булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
1971 йылдан 1980 йылға тиклем уны тәүге директоры Александр Степанов етәкләй. Артабан ун һигеҙ йыл буйына Иван Чухров директор була.
2000-се йылдарҙа ярҙамсы мәктәп VIII төрҙәге коррекцион мәктәп тип үҙгәртелә. 1998 йылдан алып 2009 йылға тиклем белем усағы менән Флүрә Усманова етәкселек итә. Тап ошо осорҙа профилле технологияны тәрәнәйтеп уҡытыу программаһы индерелә, шулай уҡ мәктәптең матди-техник базаһы нығытыла, уртаҡ фекерле һөнәри команда йыйыла. Һөҙөмтәлә белем биреү эшмәкәрлегенең сифаты күпкә арта.