Ошо көндәрҙә 53-сө балалар баҡсаһында Башҡорт тарихы йылына арналып уҙғарылған әкиәттәр конкурсы юғары ҡыҙыҡһыныу менән үтте. Төрлө йәш төркөмдәре араһында иң яҡшы тип табылған йәш әкиәтселәр сығышын күреү бәхете миңә лә тейҙе. Минән тыш, әкиәтте 2-3 йәшлек сабыйҙар тамаша ҡылды. Был көндө әҙерлек төркөмө “Шалҡан” һәм өлкән төркөм “Кем көслө?” әкиәтен күрһәтте. “Шалҡан” әкиәтен балалар менән музыка етәксеһе Аида Хәбибуллина һәм Лилия Асҡарова әҙерләһә, “Кем көслө?” әкиәтенең етәксеһе Рәхимә Хәйбуллина. Әкиәттәрҙе сәхнәләштереүҙә кескәй артистарҙың ихлас ҡатнашыуы күренеп торҙо. Бәләкәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар образға инеп, ролдәрен ысын артис-тарса башҡарырға тырышты, башҡорт телендә иҫ киткес таҙа, матур, тойғоло итеп һөйләне. Ә уларҙы ҡарап ултырыусы сабыйҙар һәр әкиәткә ҡыуанып, дәррәү ҡул сапты.
- Быйылғы йылдың Баш-ҡорт тарихы йылы тип иғлан ителгәс, беҙҙең балалар баҡсаһында шәжәрә, фольк-лор байрамдары менән бер рәттән балаларҙың үҙҙәрен дә йәлеп итеп әкиәттәр, тарихҡа бәйле саралар ойошторорға ҡарар иттек. Әкиәт ҡуйыу буйынса конкурс башта төркөмдәр араһында уҙҙы, һуңынан жюри ағзалары иң-иң яҡшы тип тапҡан әкиәттәр шарт буйынса тамаша залында күрһәтелергә тейеш ине. Беренсе урынға “Шалҡан” әкиәте менән әҙерлек төркөмө, икенсе урынға “Кем көслө?” әкиәте менән өлкән төркөм балалары сыҡты. Балаларҙа халыҡ ауыҙ-тел ижадына, башҡорт теленә һөйөү уятыуҙа тәрбиәселәрҙең генә түгел, башҡа белгестәрҙең дә өлөшө ҙур. Конкурста ҡатнашыусы балаларға, улар менән эшләүсе тәрбиәселәргә, башҡа хеҙмәткәрҙәргә афарин тиергә генә ҡала, - тип һөйләй 53-сө балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина.
Уның әйтеүенсә, балалар баҡсаһында туған телгә, мәҙәниәткә, тарихҡа һөйөү тәрбиәләү йүнәлешендәге эш бер ваҡытта ла һүрелмәгән, хатта пандемия осоронда ла балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә онлайн конкурстарҙа, сараларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашҡан. Хәҙер музыка залында саралар ойоштороуға рөхсәт булғас, улар уҙғарыла башлаған.
Конкурс балаларҙың әкиәтте яратыуын иҫбатланы, ә әкиәт яратҡан кешелә өмөт бар, улар ғәҙәттә яҡшы, изге күңелле кеше була.