Һәр конкурс үҙенә күрә һынау, үҙеңде күрһәтеү имтиханы. Әммә был конкурстар мәғариф хеҙмәткрәҙәренә квалификацияларын күтәреү, яңы дәрт, илһам алыу, балаларға белем, тәрбиә биреү процесында һөҙөмтәле тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге лә бирә. “Йыл уҡытыусыһы” һәм “Йыл педагогы” конкурстары уҙғарыла башлағандан алып унда меңәрләгән кеше ҡатнаша. Быйылғы конкурста ла лайыҡлылыр һынау тота, үҙҙәренең иң яҡшы һөнәри сифаттарын иҫбатлай.
Шулай итеп, “Йыл уҡытыусыһы -2021” конкурсында 24-се мәктәптең информатика уҡытыусыһы Ксения Авдасева еңеү яуланы. “Йәш йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә 4-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Сергей Усатенко, “Йыл педагогы” һынауында “Йәшлек” өҫтәмә белем биреү үҙәге педагогы Татьяна Проходцева алдынғылыҡҡа сыҡты. Шулай уҡ “Мәктәпкәсә белем биреүҙең иң яҡшы педагогы” конкурсы һәм “Мәктәпкәсә белем биреүҙең иң яҡшы педагогы”ның “Дебют” номинацияһы еңеүселәре билдәләнде. Улар - 37-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Анастасия Ефремова һәм 44-се балалар баҡсаһының йәш тәрбиәсеһе Алина Усманова.