Шуның менән бер рәттән, күп тикшереүҙәр үткәрелә, продукция лабораторияларға ебәрелә, өҫтәмә контроль формалары индерелә. Йәш салауаттарҙың нимә менән туҡланыуын белер өсөн 4-се мәктәптә һәм 22-се балалар баҡсаһында туҡланыу сифаты тикшерелде.
Бында аш-һыуҙы Башҡортос-тан Республикаһының Социаль туҡланыу идаралығы тарафынан эшләнелгән менюға ярашлы бешерәләр. Ә ҡаланың “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһының салауаттарҙы нисек ашатыуын Роспотребнадзор һәм Социаль туҡланыу идаралығы контролдә тота.
- Аҙыҡ файҙалы ла, тәмле лә, балаларға ла оҡшаһын өсөн тырышабыҙ. Ғинуарҙан февралгә тиклем үткән һуңғы тикшереү эшебеҙҙә бер генә етешһеҙлек тә тапманы. Йәшелсә, ит, һөт продукциялары республика етештереүселәренеке. Ата-әсәләрҙән шылтыратыуҙар беҙгә туранан-тура йәки мәғариф идаралығы һәм белем биреү учреждениелары аша килә. Уларҙың мөрәжәғәте буйынса берлектә эш алып барабыҙ, һорауҙарға яуап бирәбеҙ, ризыҡты тәмләп ҡараһын өсөн ата-әсәләрҙе учреждениеларға саҡырабыҙ, - ти “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы директоры Владимир Маков.
Предприятие ике төрлө - бойҙай һәм арыш икмәген бешерә.
- Көн һайын 2000-дән ашыу икмәк-булка изделиелары әҙерләйбеҙ, улар мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына таратыла, - ти “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһының етештереү буйынса директор урынбаҫары Михаил Феоктисов.
Хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү өсөн һәр мәктәптәге һәм мәктәпкәсә учреждениелағы мәғлүмәт таҡтаһында “Мәктәп ашханалары” бүлексәһе идара-сыһының һәм технологтың телефондары күрһәтелгән. Уларға килеп тыуған һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә була: 32-72-02, 32-78-78. Бүлексә идарасыһы Наталья Күлембәтованың һүҙҙә-ренсә, аҙыҡ балаларға бирелгәнсе ашнаҡсы-бригадир, мәктәп администрацияһы һәм фельдшер ингән комиссия проба ала.
4-се мәктәп директоры Светлана Турченкова әйтеүенсә, балалар туҡланыуының сифаты күп нәмәләргә: аҙыҡ-түлеккә, ашнаҡсыларҙың эш шарттарына, аҙыҡ-түлек блогының ҡорамалдар менән йыһазландырылыуына бәйле.
- Ике йыл элек республика программаһы сиктәрендә беҙҙең мәктәпте 800 000 һумлыҡ ҡорамал менән йыһазландырҙылар. Ашнаҡсыларға эшләүе уңайлы. Хәҙер ашхана матур булһын өсөн капиталь ремонт үткәрергә, стеналарҙағы плиткаларҙы алмаштырырға кәрәк, - ти етәксе.
Мәктәптә тәмле ашатыуҙарын 5-се класс уҡыусыһы Азамат Хафизов та дәлилләй:
- Меню төрлө: бер көндө - аш, иртәгәһенә бутҡа бирәләр. Тәмле һуттар, пирожныйҙар ҙа була. Файҙалы ҡарабойҙай, һоло, тары бутҡалары бик тәмле. Мин үҙем һөтлө ҡарабойҙай бутҡаһын яратам, - ти уҡыусы.
22-се балалар баҡсаһы файҙаланыуға 2014 йылда тапшырылған. Бөгөн унда 282 бала тәрбиәләнә. Кескәйҙәрҙе туҡландырыу мәсьәләһенә бында яуаплы ҡарайҙар. Үҫеүсе организм өсөн кәрәкле аҡһымдарға, майҙарға һәм углеводтарға бай булған төрлөләндерелгән ун көнлөк меню төҙөлгән:
- Балалар баҡсаһына тейешле документтар менән сифатлы аҙыҡтың килтерелеүе мөһим. Ата-әсәләрҙән ялыуҙар булғаны юҡ, улар сабыйҙарының нимә менән туҡланыуын яҡшы белә, - ти учреждение мөдире Гөлнара Мартынова.