Ирина Валерьевнаның хеҙмәт стажы 25 йыл. Ул әлеге ваҡытта 1-се лицейҙа рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. “Киләсәк быуындың үҫешенә, уларҙың рухи яҡтан нығыныуына һәм баланың шәхес булараҡ формалашыуына үҙ өлөшөңдө индереү оҡшай. Уҡыусыла-рым менән уҙғарған һәр ваҡытым ҡәҙерле, бөтә уңыштарына ҡыуанам. Минең уҡыусыларым Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы, “Ломо-носов” Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы призерҙары һәм еңеү-селәре. Миңә яңыны асыу, конкурстарҙа үҙ көсөмдө һынап ҡарау оҡшай. Улар мине илһамландыра”, - ти уҡытыусы.
Рәсәй бәйгеһендә Ирина Саутина Пастернак поэзияһына арнап дәрес уҙғар-ғанда, уҡыусыларҙа ла, коллегаларында ла һоҡланыу уята. Ул мәңгелек темаларҙы күтәреп, уларҙы тәрән өйрәнеүгә бала-ларҙы һәм онлайн режимда дәресте күҙәтеүселәрҙе лә ылыҡтыра. Уның оҫталыҡ дәресен ҡараған хеҙмәттәштәре һуңынан “Илһамландырыусы дәрес, хатта Пастернактың китабын алып уҡығы килә башланы”, “Һеҙҙең дәрес - ул бер донъя, бик һәйбәт үтте”, тигән комментарийҙар яҙа.
Конкурс тамамланғас конкурста ҡатнашыусылар менән онлай режимда ил президенты Владимир Путин аралаша. “Һеҙ ошондай һәйбәт, легендар конкурста ҡатнашып лауреат булдығыҙ. Ҡотлайым”, - ти ул. Ил башлығы конкуренция көслө булыуын һәм һәр ҡатнашыусы юғары исемгә лайыҡ тип билдәләне.