Мәғариф
29 Ғинуар 2021, 07:49

Барыһын да булдырыуға ышаныс

Республикабыҙҙа бер нисә йыл рәттән Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы эшләп килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Искра» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы был программала өсөнсө йыл ҡатнашып килә. Ике йыл был үҙидаралыҡҡа ҡараған 11-се мәктәп тәҙрәләр алыштырыу өсөн финанс ярҙам алды. Ошо башланғыстарҙы күреп, 2020 йылдың декабрь айында 25-се башҡорт гимназияһы билә-мәһе сиктәрендә барлыҡҡа килгән «Мираҫ» территориаль йәмәғәт үҙидаралығы Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү республика программаһы конкурсында ҡатнашыу тураһында йыйы-лыштар үткәрҙе.
Осрашыуҙар әлеге көндә һаҡланып килгән санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы бәләкәй төркөмдәр һәм онлайн-форматта уҙҙы. Был йыйылыштарҙа ҡаралған төп тема - ул Урындағы баш-ланғыстарға булышлыҡ итеү республика программаһында берҙәм ҡатнашыу һәм иң кәрәк-ле проблеманы күтәреп сығыу.
Ҡыштың һыуыҡ көндәрендә класс бүлмәләрендә һауа тем-ператураһының түбәнәйеүе сәбәпле, иң тәүҙә хәл итергә кәрәкле проблема итеп гим-назиябыҙҙың тәҙрәләрен алмаштырыу темаһы күтә-релеп сыҡты. Ата-әсәләр был башланғысты дәррәү хупланы, сөнки һәр кем был програм-маның кәрәклеген аңлай һәм беҙҙең проблемаларҙың сиселешендә уның ҙур ярҙам буласағына өмөт итә. Ситтә ҡалмайынса, үҙ көсөңдө түгеп, эш өсөн янып-көйөп йөрөһәң, бөтәһен дә булдырып буласағына ышана улар.
Фирҙәүес Хисмәтуллина, 25-се башҡорт гимназияһы директоры.
Читайте нас