Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Ғинуар 2021, 11:00

Ҡайҙа ойошҡанлыҡ - шунда уңыш

Шаршамбы беҙҙең ҡалала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡала хакимиәте, мәғариф идаралығы, йәмәғәт ойошмалары, белем биреү учреждениелары етәкселәре менән күсмә ултырышы уҙҙы.

Октябрҙә онлайн форматта уҙған йыйылышта Салауат ҡалаһындағы белем биреү ойошмаларында башҡорт телен уҡытыу, Башҡорт теле йылы сиктәрендә уҙғарылған саралар, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен асыу мәсьәләләре күтәрелгәйне, “БР халыҡтары телдәре тураһында”ғы законды бойомға ашырыу буйынса юл картаһы ла төҙөлгәйне. Әле уларҙың нисек үтәлеше тикшерелде.
Башҡарылған эштәр тураһында ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Семен Евграфов һөйләне.
- Һәр балалар баҡсаһында балаларға башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреү өсөн шарттар булдырылған. Апрелгә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында башҡорт телендә ата-әсәләр форумын уҙғарыу планлаштырыла, - тине ул.
Башҡорт теле йылына йомғаҡ яһау өсөн һүҙ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеровҡа бирелде. Ул исемле йыл сиктәрендә уҙғарылған эштәр тураһында ентекле һөйләне, Башҡорт тарихы йылын да лайыҡлы үткәрергә тырышасаҡтарын белдерҙе.
Ҡоролтай аппаратының төбәктәр менән эшләү буйынса бүлек началь-нигы Рөстәм Баянов ултырыштың маҡсаты менән таныштырып уҙҙы:
- Былтыр юл картаһы раҫланған ине. Бөгөн уның буйынса ниндәй ыңғай үҙгәрештәр индерелеүен ҡарайбыҙ, ошо йүнәлештәрҙе контролдә тотоп, мониторинг үткәрәбеҙ. Беренсеһе - 25-се гимназияның башҡорт статуслы булыуын иҫәпкә алып, уставына тейешле үҙгәрештәр индереү. Икенсеһе - 53-сө балалар баҡсаһын үҙгәртеп ҡороуҙы тамамлау. Хәҙер ҡалала тәрбиә һәм уҡытыу башҡорт телендә алып барыласаҡ айырым 50-се балалар баҡсаһы буласаҡ. Салауатта башҡорттарҙың күп кенә булыуын иҫәпкә алып, тағы бер балалар баҡсаһын асыу яҡшы булыр ине, - тине Рөстәм Сәлим улы.
Комиссия шулай уҡ ҡалала башҡорт телендә социаль баннерҙарҙың барлығы-юҡлығы менән ҡыҙыҡһынды. Улар мотлаҡ булырға тейеш, тип белдерҙеләр. Ҡунаҡтар ҡалаға ингән ерҙәге гараж стеналарының этностиль форматында башҡорт орнаменттары менән биҙәлеүен юғары баһаланы. Киләсәктә лә был эш дауам итәсәк, тип белдерҙе ҡала хакимиәте вәкилдәре.
Артабан комиссия 25-се башҡорт гимназияһына юлланды, мәктәптең матди-техник базаһы менән танышты. 2022 йылда унда “Кванториум” технопаркын асыу күҙ уңында тотола. Ҡунаҡтар шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Сәүиә Бикмөхәмәтованың 7-се кластағы асыҡ дәресен ҡараны.
- Дәрес бик эшлекле үтте. Ҡатмарлы ғына тема һайланған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҡытыусы төрлө алымдар ҡулланып, балаларҙы ҡыҙыҡһындыра алды, маҡсатына иреште, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе Гөлназ Һөйәрғолова.
Сараны йомғаҡлап, бүлек начальнигы Рөстәм Сәлим улы үҙ фекерен белдерҙе:
- Салауат ҡалаһында башҡорт телен үҫтереү буйынса күп эш башҡарыла. Бурыстар бихисап, киләсәктә лә берләшеп, кәңәшләшеп эшләһәгеҙ, һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр. Ҡала башҡорттарын берләштереү өсөн барыһына ла әүҙемләшергә кәрәк. Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә күп саралар уҙғарыу планлаштырыла, ҡатнашығыҙ, үткәрегеҙ.
Сара күптәрҙең күңеленә изге маҡсат һалғандыр. Илем, телем тип янып-көйөүселәр эштәренең ыңғай һөҙөмтә биреүен күреп, тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотонор.
Читайте нас: