- Яңы йыл алдынан башлыҡ шыршыларын уҙғара торған яҡшы йола бар. Үҙенсәлекле шарттар булыуға ҡарамаҫтан, был беҙ йоланан тайпылмаҫҡа булдыҡ. Бөгөн беҙ һеҙҙең уңыштарығыҙ, ҡаҙаныштарығыҙ һәм еңеүҙәрегеҙ өсөн республика Башлығының бүләктәрен тапшырабыҙ. Һеҙ быйыл бик ныҡ тырыштығыҙ, төрлө сараларҙа үҙегеҙҙе тик һәйбәт яҡтан күрһәттегеҙ, афарин, тик ял итергә кәрәклеге тураһында ла онотмағыҙ. Алда һеҙҙе Яңы йыл байрамдарының ял көндәре көтә, ошо ваҡыт эсендә яңы еңеүҙәрегеҙ өсөн көс йыйығыҙ. Юлығыҙҙы ошо юҫыҡта дауам итегеҙ, үҙегеҙгә һәм бөтә нимәгә лә ирешеп булыуына ышанығыҙ. Мин һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым һәм артабан да яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр яулағыҙҙы теләйем. Һеҙҙең тормошоғоҙ мөмкин тиклем шатлыҡлы осрашыуҙарға, ҡыуа-ныслы ваҡиғаларға бай булһын, - тип сәләмләне малай һәм ҡыҙҙарҙы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм тантаналы шарттарҙа уларға республика Башлығының бүләктәрен тапшырҙы.
Һуңынан уҡыусылар өсөн балалар һәм үҫмерҙәр үҙәге коллективы әҙерләгән “Ҡар батшабикәһе ҡоллоғонда” тигән Яңы йыл музыкаль-уйынлы әкиәт сәхнәлештерелде.
Анатолий Баландин, 1-се лицейҙың 8-се класс уҡыусыһы:
- Мин мәктәптә һәйбәт уҡыйым, математика, физика, химия буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаштым, еңеүҙәрем әлегә ҡала кимәлендә, шулай ҙа рес-публика буйынса ла еңеүҙәрем булыр әле тип уйлайым. Беҙҙе бүләктәр менән билдәләп китеүҙәренә бик шатмын.
Полина Поворотова, 20-се мәктәптең 6-сы класс уҡыусыһы:
- Ҡаланың иң алдынғы уҡыусылары араһында бүләкләнеү минең өсөн ҡыуаныс. Беренсе кластан алып яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашым, бигерәк тә рус һәм инглиз телдәренән уңыштарым ҙур. Уҡыуҙан тыш, мин һүрәт төшөрөргә һәм бейергә яратам.