Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Ғинуар 2021, 13:22

Балалар баҡсаһына - яңы верандалар

Республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы эшләй. Был йәһәттән беҙҙең ҡала ла әүҙемлек күрһәтә.

Күптәре проектта бер генә түгел, әллә нисәмә тапҡырҙар ҡатнашып өлгөргән. Әйтәйек, 47-се балалар баҡсаһының был өлкәлә тәжрибәһе ҙур, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. С.Юлаев бульварының 53-сө һәм 55-се йорттарында йәшәүселәрҙән төҙөлгән “Шыршыҡай” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы программаның ыңғай яҡтарын баһалап өлгөргән. 2019 йылда 47-се балалар баҡсаһы биләмәһенең асфальт-бетон япмаһы алыштырылған, быйыл тәҙрә блоктарына капиталь ремонт яһалған. Улар ирешелгәндә генә туҡтап ҡалырға теләмәй, республика программаһында ҡатнашыуын дауам итә.
- Декабрь башында уҙған йыйылыштарҙа балалар баҡсаһындағы верандаларғы капиталь ремонтларға кәрәк, тигән ҡарар ҡабул ителде. Ысынлап та, әгәр уларҙың 1972 йылда төҙөлгән булыуын иҫәпкә алғанда, уны яңыртыу көн талабы булып тора. Түбәләре хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәй, иҙәндәрендә ярыҡ, тишек-тошоҡтар күп, ике яҡтан ҡаплап торорға тейешле стеналар ҙа юҡ. “Хәүефһеҙ верандалар - балаларға!” проектын бойомға ашырыу буйынса инициатив төркөм эшкә тотондо ла инде. 1350000 һумға смета төҙөлдө, бағымсылар эҙләйбеҙ, флешмобтар, һүрәттәр, ҡул эштәре конкурстары, концерт номерҙары әҙерләнә. Халыҡ менән йыйылыштар тағы уҙасаҡ әле. Еңеүебеҙгә ышанып ҡалабыҙ. Беренсе урында - балаларҙың хәүефһеҙлеге, - ти балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Ваһапова.
Читайте нас: