55-се балалар баҡсаһы коллективы проекттың һөҙөм-тәһен күреп өлгөргән дә инде. 2019 йылда улар балалар баҡсаһы биләмәһендәге асфальт-бетон япмаһын ре-монтлаған, быйыл иһә яңы уйын ҡорамалдары алынған, тышта уйнау өсөн яңы уйын майҙансығы булдырылған. Ә икенсе йылда улар мәктәп-кәсә учреждениены уратып алған ҡоймаларҙы капиталь ремонтларға иҫәп тота. Ни өсөн тигәндә, улар бинаға нигеҙ һалынғандан, 1987 йылдан, бирле алыштырылмаған. Урыны менән ауышҡандары ла, тимерсыбыҡ менән бәйләп ҡуйылғандары ла бар. Байтаҡ йылдар үтеү сәбәпле,тутығып бөткән иҫке ҡоймаларҙы күреү менән кәйеф тә шунда уҡ юғала. Унан бигерәк, балалар өсөн дә хәүефле улар, авария хәлендә, тип әйтһәк тә хата булмаҫ.
- Ҡоймаларҙы алыштырыу күптән хәл ителәһе мәсьәлә ине. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамы менән күп кенә изге ниәттәребеҙҙе бойомға ашырҙыҡ. Шуға ла был өлкәлә тәжрибәбеҙ бар. Алдыбыҙға тағы бер маҡсат ҡуйҙыҡ - балалар баҡсаһы етәкселеге ата-әсәләр менән берлектә ҡоймаларҙы алыштырырға тигән ҡарарға килде. Яҡын тирәләге йорт-тарҙа йәшәүселәр менән дә һөйләшеп-килешелде, барыһы ла уйыбыҙҙы дәррәү хупланы. Программаның эшен йәнләндереү һәм алып барыу өсөн инициатив төркөм төҙөлдө, “Дуҫлыҡ” терри-ториаль йәмәғәт үҙидаралығы булдырылды, йыйылыштар уҙҙы, документтар әҙерләнде. Хәҙер еңеүебеҙгә өмөт итергә генә ҡала, - тип һөйләй 55-се балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Исламова.
Кескәйҙәр ҙә ситтә ҡалмаған, улар етди эштә ҡатнашыуҙарын яҡшы аңлай: тематикаға ярашлы һүрәт-тәр төшөргән, шиғырҙар әҙерләгән. Өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да изге хыялдары тормошҡа ашыуҙарына ышаныс бар.